Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2021, 11:40

Уға 124 йәш ине

Ер йөҙөндә 19-сы быуат кешеләре ҡалманы...

Ер йөҙөндә 19-сы быуатта тыуған кешеләр ҡалманы. Гиннес китабына индерелгән Франциска Сусаноға 124 йәш ине. Ул Филиппиныла йәшәй ине. Әйткәндәй, уның йәшенең ысынбарлығын бер нисә мәртәбә дөрөҫләйҙәр, тикшерәләр. Һәм Францисканың йәше дөрөҫ булып сыға.

Сусано 1897 йылдың 11 сентябрендә донъяға килә. Ул саҡта Филиппины менән Испаания идаралыҡ итә. Ә Великобританияның тәхетендә королева Виктроия ултыра. Францисканың 14 балаһы бар. Уның иң өлкән ҡыҙына быйыл 101 йәш тулған.

Францискаға тиклем иң оҙаҡ йәшәүсе булып 122 йәшлек француз ҡатыны Жанна Кальман һанала. Ул 1997 йылда 122 йәшендә мәрхүмә була.

Шулай итеп, Франциска Сусано тарихта 19-сы быуаттың һуңғы кешеһе булып ҡалды.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: