Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2021, 14:05

Мутлашыусылар ҡара эшен дауам итә

"Һеҙҙә ялған аҡсалар һаҡланғанын беләбеҙ!"-тип белдерә ул 80 йәштәге бабайға

Омск ҡалаһында йәшәгән 80 йәштәге бабайға бер кеше шылтырата. Ул үҙен прокуратура хеҙмәткәре тип белдерә һәм уҫал тауыш менән: “Беҙ һеҙҙең ялған аҡса һаҡлауығыҙҙы беләбеҙ. Хәҙер үк ул аҡсаны мин әйткән иҫәпкә күсермәһәгеҙ, закон алдында яуап тотасаҡһығыҙ!”-тип әйтә.

Законды теүәл үтәп өйрәнгән совет кешеһе өйҙә ятҡан 150 мең һум аҡсаһы алып банкка китә. Банкомат янында торғанда уға бер ҡатын иғтибар итә. Бабай ниндәй бәләгә ҡалыуын һөйләй. Ҡатын бабайҙы шунда уҡ туҡтата һәм полиция саҡырта. Шулай итеп бабайҙың аҡсаһы һаҡлап ҡалына.

Ошондай алдашыусылар үҙҙәрен прокуратура, полиция, суд приставтары тип таныта. Ололар хоҡуҡ һаҡсыларына ышана бит.

Баймаҡта ла мутлашыусылар һаны арта. Шуға күрә иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Ололарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: