Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 19:05

Яуап бирергә тейештәр!

Баймаҡ тәбиғәтенә зыян килтереүселәрҙән бер миллиард һумдан ашыу штраф түләтәсәктәр

Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы “Таналыҡ” һәм “Графское” ЯСЙ-ларынан Баймаҡ районындағы ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланғанда тәбиғәткә килтергән зыяндары өсөн бер миллиард һум штраф түләтәсәген белдерҙе. Был хаҡта идаралыҡтың етәксеһе Романе Болотов махсус комиссияның ултырышында белдерҙе.

Таналыҡ” һәм “Графское” ЯСЙ-ларының хужалары бер үк. Шуға күрә ике йәмғиәт тә тәбиғәткә килтергән зыяндары бер иш – ҡот осмалы. Мәғлүм булыуынса, “Таналыҡ” ЯСЙ-һы ике судты үтте инде. Уларҙың ҡарары буйынса был йәмғиәт 604 миллион һум штраф түләргә тейеш. Тәбиғәткә килтергән зыяндары күренеп-һиҙелеп торһа ла, улар хөкөм ҡарарына ризалашмай яңынан судҡа биреп ҡараны. Әммә суд ҡарары үҙ көсөндә ҡалды. Хәҙер инде “Графское” ЯСЙ-һына ла тәбиғәткә килтергән зыян өсөн 400 миллион һумлыҡ дәғүә белдерелә.

Мәғлүм булыуынса, был мәсьәлә буйынса районда вице-премьер Азат Бадранов бер нисә мәртәбә булды. Азат Шамил улы тәбиғәтте ҡырағайҙарса талаған алтын табыусыларҙың лицензиялары тартып алынасағын белдергәйне. Тимәк, ерҙәребеҙҙе ҡырағайҙарса талауға сик ҡуйыласаҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: