Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 09:05

Уйламаған аҙым - мәңгелек ғазап

Уның ғәйебе менән 47 йәштәге ҡатын һәләк була...

Ҡыштың тәүге көндәре бындай һауа торошо алып килер тип уйлаған? Шыбырлап яуып торған ямғыр берсә боҙлауыҡҡа әйләнә, берсә ваҡ ҡарға. Юлдар ҙа, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар ҙа шуғалаҡҡа әүерелде. Тик шундай саҡта ла юлдан елдереп, шәп тиҙлектә барған водителдәрҙе күреп аптырарға тура килә. Нимәгә өмөт итә улар? Ярай, үҙҙәрен уйламайҙар, ә башҡалар? Уларҙың бит йәшәгеһе килә.

Ә бит ана шулай уйламай эш итеү күпме ғүмерҙе өҙә. Былтыр көҙ 26 йәшлек егет тә дуҫтарының өгөтләүен кире ҡаға алмай руль артына ултыра. Бының ниндәй насарлығы бар тиерһегеҙ. Ул эскән була шул. “Батырланып” алған егет шәп тиҙлек менән бара, юлындағы бар машиналарҙы ҡыуып үтергә маташа. Һөҙөмтәлә, ул бер еңел машинаға төкөп, уны юлдан осора. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, егет авария урынынан ҡасмай. Иптәштәре менән машинаһынан төшөп, юлдан әйләнеп барып төшкән пассажирҙарҙы сығара башлайҙар. Тик 47 йәштәге Хәйбулла районы ҡатыны һәләк була.

Шуны ла әйтергә кәрәк, был уның руль артына тәүге мәртәбә эскән килеш ултырған осрағы булмай. Быға тиклем дә ул ошондай енәйәтә өсөн яуаплылыҡ тота. Ул мәлдә бәхеткә ҡаза күреүселәр булмай. Республика журналистары был биш йыл да алты айға ултыртылған егет менән колоиня-поселениела осрашып һөйләшә. Эйе, ул бик үкенә. Башҡа бер ҡасан да руль артына эскән килеш ултырмаясағын белдерә. Уның енәйәтенең эҙемтәләрен ата-әсәләре күтәрә: һәләк булған ҡатындың туғандарына әхлаҡи зыянды түләй. Был егет әлегә өйләнмәгән. “Минең арҡамда кешенең һәләк булыуын аңлауы бик ауыр”,-ти егет.

Эйе, уйламаған бер аҙым. Һөҙөмтәлә – өҙөлгән кеше ғүмере һәм үҙенең селпәрәмә килгән яҙмышы...

...Тышта тағы боҙлауыҡ яуа башланы. Ә ҡайҙалыр ашыҡҡан машина алдағы автобусты үтәм тип кәйлегеп китте. Бәхеткә, был ваҡытта юлда башҡа транспорт та, кешеләр ҙә юҡ ине. Эх, әҙәм балалары, әллә ҡайҙа ашығаһығыҙ шул...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: