Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 15:10

Тағы ла магнит өйөрмәһе

Кемдәр өйҙә ҡалырға тейеш?

Ерҙе сираттағы магнит өйөрмәһе һөжүм итә башланы. Ул бөгөн төшкө ун икелә башланды һәм көсәйә генә барасаҡ. Магнит өйөрмәһе киске туғыҙҙа бар көсөнә инәсәк һәм тәүлек дауамында кешеләргә һөжүм итәсәк.

Магнит өйөрмәһенә бигерәк тә ҡан баҫымы юғары һәм түбән булған кешеләр үтә һиҙгер. Бындай кешеләргә магнит өйөрмәһе ваҡытында өйҙә ҡалыуы яҡшы. Күберәк ятырға һәм ял итергә кәрәк.

Шулай уҡ йөрәк, ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланғандар ҙа һаҡ булырға, дарыуҙарын ҡул аҫтында тоторға тейеш. Хроник сирлеләр, ҡан баҫымы менән ыҙалағандарға оҙон юлға сыҡмау хәйерле.

Һау-сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: