Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 16:05

Бәхет өсөн айына күпме аҡса кәрәк?

Айына 30 мең һум эш хаҡы алыусыларға бәхет өсөн айына 110 мең һум, ә башҡаларға күпме кәрәк?

Беҙҙең заманда төрлө ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр күп бит ул.

Бына SuperJob тикшеренеү үҙәге лә бик ҡыҙыҡлы һорау алыу үткәргән. Ул кешеләргә бәхет өсөн айына күпме аҡса кәрәк булыуын билдәләгән. Тикшеренеүгә Рәсәйҙең бар төбәктәре ингән.

Ил буйынса дөйөм алғанда, кешеләргә бәхет өсөн айына 178 мең һум аҡса кәрәк икән. Иң күп аҡса Мәскәүҙә йәшәгәндәргә кәрәк. Уларға үҙҙәрен яҡшы тойор өсөн айына 228 мең һум аҡса кәрәк. Владивосток халҡы – 204 мең һум, Дондағы Ростов кешеләренә 198 мең һум кәрәк.

Өфөлә йәшәүселәргә айына бәхет өсөн өсөн 172 мең һум кәрәк. Иң әҙ аҡсаны Ырымбур өлкәһе халҡы “һораған”, уларға бәхетле булыу өсөн айына 138 мең һум кәрәк.

Айына 30 мең һум эш хаҡы алыусыларға бәхет өсөн айына 110 мең һум, ә эш хаҡы 80 мең һум булғандарға 228 мең һум кәрәк.

Ир-егеттәргә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда аҡса өс мәртәбәгә күберәк кәрәк булып сыҡҡан.

Бына шулай ноябрҙәге БӘХЕТ ХАҠЫ. Декабрь айында артырмы икән – ҡарарбыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: