Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 17:30

Ҡаза - аяҡ аҫтында

14 йәшдек ҡыҙ мәктәптең өсөнсө ҡатынан ҡолаған

Балалар менән ҡазалар ҡабатланып ҡына тора.

29 ноябрҙә Нефтекаманың бер мәктәбендә 14 йәштәге үҫмер ҡыҙ өсөнсө ҡаттан ҡолап төшкән. Ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алған. Уның класс бүлмәһен елләтеү өсөн тәҙрәне асыуы, унан тәҙрә төбөнә ултырыуы, һуңынан нисектер ҡолап төшөүе билдәле булған. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.

Республикала балаларҙың юғары ҡаттан ҡолап төшкә осраҡтары йышайыуын да билдәләп китергә кәрәк. Балаларығыҙ менән асыҡ тәҙрә төбөндә ултырыуы хәүефле булыуы хаҡында һөйләшегеҙ. Ә кескәйҙәрҙе асыҡ тәҙрә, балкон янына ебәрмәгеҙ. Һаҡланғанды – һаҡлармын, тигән әйтемде онотмағыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: