Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 12:30

Ҡағыҙ мәшәҡәттәре кәмей

"Больничный" алыу, йөклөлөк, бала табыу пособиеларындағы үҙгәрештәр

Был үҙгәрештәр буласағы хаҡында бер нисә йыл алдан иҫкәрткәйнеләр. Һүҙ – эшкә яраҡһыҙлыҡ йәғни больничный алыу һ.б. тураһында.

2022 йылдан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары электрон төрҙә генә бирелә, ә улар буйынса пособиелар автоматик рәүештә күсерелә.

Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие алыу өсөн дә ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин дәүләт учреждениеларының, эш биреүселәрҙең Социаль страховкалау фонды менән эш итеү ҡағиҙәләрен раҫланы.

Пособиелар, элеккесә, социаль страховкалау фондынан күсерелә, ләкин хәҙер граждандарға бының өсөн бер ниндәй ҙә ғариза һәм документтар тапшырырға кәрәкмәй. Хеҙмәт хаҡы күләме, йөклөлөк  һәм бала табыу буйынса отпускыға сығыу тураһында мәғлүмәттәр Социаль страховкалау фондына — эш биреүсенән, ә баланың тыуыу хаҡында мәғлүмәт ЗАГС -тан ебәрелә.

Ошо документтар нигеҙендә Социаль страховкалау фонды пособие күләмен иҫәпләп сығарып, хеҙмәткәргә түләй. Пособие тәғәйенләү һәм түләү тураһында мәғлүмәт социаль тәьминәттең Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһына урынлаштырыла һәм граждандарҙың дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына ебәрелә. Социаль страховкалау фонды Пенсия фонды, Федераль һалым хеҙмәте һәм башҡа дәүләт учреждениеларынан өҫтәмә мәғлүмәт һорарға  мөмкин.

Тимәк, был өлкәлә документтар йыйыу, ҡағыҙ артынан йөрөү мәшәҡәттәренән арынабыҙ. Бик яҡшы.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: