Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Ноября 2021, 12:00

Сит ил "мода"һы килеп еттеме?

Башҡортостанда 40 йәштән һуң бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар артҡан...

Башҡортостан статистары белдереүенсә, былтыр тәүге тапҡыр 14,2 мең ҡатын-ҡыҙ әсә булған. Ә 15 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ икенсе балаһын тапҡан, тағы 11,8 меңе күп балалы әсәй булырға хәл иткән.

Игеҙ бала тапҡандар ҙа күбәйә. Бер юлы ике, ҡайһы саҡта өс балаға әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанда 459 пар игеҙәк тыуған, биш әсә өс игеҙ сабый тапҡан.

Сит илдәге “мода” беҙгә лә килеп етте. Сөнки йәш ҡатын-ҡыҙҙар бала табырға ашыҡмай.

1990 йылда республикала тәүге балаһы тыуған ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше — 23, былтыр иһә 26 йәш булған.

2020 йылда донъяға килгән сабыйҙарҙың 60,4% 25-34 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға тура килгән.

Сағыштырыу өсөн: 1990 йылда тыуымдың иң ҙур өлөшө 20-24 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға тура килгән — 37,4% (2020 йылда — 17,1%).

Шул уҡ ваҡытта 20 йәшкә тиклемге әсәләрҙең бала табыуы һиҙелерлек кәмегән. 1990 йылда бала табыуҙың яҡынса 10 проценты 20 йәшкәсә әсәләргә тура килһә, уҙған йылда был күрһәткес 5,6 процентҡа тиклем кәмегән.

Республикала 40 йәштән һуң бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуы күҙәтелә. 1990 йылда тыуымдың 1% ғына уларға тура килһә, 2020 йылда — 3,5%. Шул уҡ ваҡытта “ҡарт” әсәләрҙең 12 проценты тәүгә әсә булыу бәхетен татыған. “Демография” милли проектына ярашлы, республикала эштәр дауам итеп, кәмемәй, артырбыҙ, тип ышанғы килә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас