+14 °С
Облачно
Һауа торошо сюрприздарын бүләк итеүен дауам итә. Был аҙнала ул бигерәк тә беҙҙең республикала ныҡ тойоласаҡ. Һауа температураһы берсә күтәреләсәк, берсә төшәсәк, ти гидрометүҙәк хеҙмәткәрҙәре.
Һауа торошоноң үҙгәрешен көслө ел дә оҙатып барасаҡ. Шуға күрә республика буйынса берсә ҡар, берсә ямғыр, берсә ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә. Аҙна уртаһына һауа торошоноң 5 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә.
Бөгөн көндөң йышыраҡ болотло, йонсоу булыуы, 3 градус йылынан ике градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Урыны менән томан һәм юлдарҙа ныҡ тайғаҡ буласаҡ. Һаҡ булығыҙ!