Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Ноября 2021, 07:20

Бөгөн махсус рейдтар башланды

Шыршыны рөхсәтһеҙ ҡырҡҡандарҙы ниндәй яза көтә?

Йыл һайын ошо ваҡытта тәбиғәтте ҡурсалаған махсус рейдтар башлана. “Шыршы” операцияһы тип атала ул. Рейдтар шыршы-ҡупшыҡайҙарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға ҡаршы йүнәлтелә.

Сараны хоҡуҡ һаҡсылары һәм урмансылар үткәрә. Шыршыларҙы, айырыуса йәш үҫентеләрҙе рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау бик тә мөһим. Сөнки йыл һайын шул рәүешле аҡса эшләргә маташыусылар тотолоп ҡына тора. Улар урманға үтеп инеп, шыршыҡайҙарҙы теләгән урындарынан ҡырҡып алып, урмандарҙы илаулы хәлдә ҡалдырып китә. Шуға күрә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда шыршы тейәгән һәр машинаны туҡтатып, тулыһынса тикшерә.

Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡҡан граждандарҙы 3-4 мең һум, вазифалы кешеләрҙе – 20-40 мең һум, юридик берәмектәрҙе 200-300 мең һум штраф көтә. Әгәр тәбиғәткә күрһәткән зыян биш мең һумдан ашһа, енәйәти яуаплылыҡ көтә.

Теймәгеҙ шыршыларға! Урмандарҙы һаҡлайыҡ! Хәҙер яһалма шыршыларҙы ла бик матур итеп әҙерләйҙәр, әйҙәгеҙ тере ҡупшыҡайҙар Ер-Әсәне һөйөндөрөп үҫә бирһен!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас