Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Ноября 2021, 10:15

Был фажиғә барыһын да тетрәндерҙе

Енәйәтсе ҡорбанының күҙҙәрен ҡырҡып ала...

Краснодар крайында булған фажиғә бар илде тетрәндерҙе. 57 йәшлек Башҡортостан Республикаһы гражданы 72 йәшлек пенсионер ҡатындың өйөнә килеп инә.

Был ир ишек төбөнән үк өлкән кешене туҡмай башлай. Уны туҡмап үлтерә. Артабан иң ҡурҡынысы була. Был ир ҡорбанының күҙҙәрен ҡырҡып ала. Бының өсөн ул үҙе менән бысаҡ алып килгән була.

Кискеһен пенсионерҙың улы килә һәм ҡанға туҙған әсәһен таба. Уны язалап үлтергән кеше йорт алдында йөрөгән була. Ир шунда уҡ полиция саҡырта. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Уны психиатрҙар ҙа тикшерәсәк.

Башҡа бындай ҡот осҡос хәлдәрҙе ишеитергә яҙмаһын. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас