Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Ноября 2021, 11:55

Бер иртәлә - дүрт машина!

Бөгөнгө эш көнө күптәр өсөн күңелһеҙлектәрҙән башланды. Шулай бит?

Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһында йәшәүселәр һәм ҡала ҡунаҡтары!

Бөгөнгө эш көнө күптәр өсөн күңелһеҙлектәрҙән башланды. Шулай бит?

Был, әлбиттә, тәү сиратта, автоһөйөүселәргә ҡағыла. Бөгөн “Ключевая” боролошонда нисә машина төкөшкәненә иғтибар иттегеҙме? Бәхеткә, кешеләр зыян күрмәне. Әммә 4 еңел машина техник зыян алған ине.

Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң? Беҙ иң тәүҙә һауа торошона зарланабыҙ. Эйе, һуңғы көндәрҙә көндөҙ йылыта, хатта иретә лә, унан ҡапыл туңдыра. Аңлайым, иртәнсәк барыбыҙ ҙа эшкә ҡабаланабыҙ. Һәм урам буйлап тейешле 40 урынына, 80 менән ҡыуғандар ҙа күренеп ҡала. Әйткәндәй, кемдер Баймаҡ урамдарындағы камералар эшләмәй тигән ялған хәбәр тарата. Камералар эшләй, штрафтар килеп тора. Был полиция хеҙмәткәрҙәренән алған мәғлүмәт.

Юл тайғаҡ, тиҙ килгән машинаның ҡапыл туҡтауы мөмкин түгел. Шуға күрә бөгөнгө кеүек авариялар була ла инде. Шул уҡ ваҡытта юл ситенән барған ҡап-ҡара кейемдәге йәйәүлеләрҙе күреп тә булмай. Был ҡот осмалы фажиғәләрҙең һанын арттырыуы ихтимал бит! Юл ситенән барған йәйәүлеләрҙе тапап үлтергән осраҡтарҙы оноттоғоҙмы ни? Ул бит ҡайҙалыр ситтә түгел, ә Баймаҡ ҡалаһында булды!

Юғары тиҙлек, алдағы машинаға тейешле арауыҡты күҙәтмәү бөгөнгө күңелһеҙ хәлгә килтерҙе. Беҙҙең ҡышҡа инеүебеҙҙе, ә юлдарҙың тайғаҡ булыуын хәтерегеҙҙән сығармаһағыҙ ине, руль артындағылар!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас