Новости
24 Ноября 2021, 04:35

Тағы ла ЕГЭ тураһында

Рәсәй Тикшереү комитеты рәйесе Александр Бастрыкин ЕГЭ-ларҙан баш тартып, белем биреүҙең совет системаһына ҡайтырға тәҡдим итте...

Рәсәй Тикшереү комитеты рәйесе Александр Бастрыкин ЕГЭ-ларҙан баш тартып, белем биреүҙең совет системаһына ҡайтырға тәҡдим итте. Был хаҡта ТАСС мәғлүмәт бирҙе.

Александр Бастрыкин был хаҡта Мәскәүҙә үткән “Кеше именлеген һаҡлауҙа хоҡуҡтың роле” фәнни-ғәмәли кнференцияһында сығыш яһаны. “Әйҙәгеҙ, мәғариф өлкәһендә совет мәктәбен тергеҙәйек. Сөнки ул донъяла иң яҡшыһы булып һанала ине. Быны барыһы ла, һәр саҡ таный ине. ЕГЭ – ул йәштәр өсөн ниндәйҙер язалау ысулы. Шулай уҡ бар бакалавриат, специалитеттарҙы бөтөрөргә кәрәк”,-тип белдерҙе Бастрыкин.

Быға тиклем дә ЕГЭ-ны бөтөрөү тураһында төрлө йәмәғәт ойошмалары һәм сәйәсмәндәр тәҡдим иткәйне. Әммә Рособрнадзор әлегә ЕГЭ-нан тулыһынса баш тартырға ашыҡмай.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас