Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Ноября 2021, 13:00

Ҡот осмалы енәйәт туҡтатылды

Үҫмерҙе ҡоралланып, мәктәпкә һөжүм итергә өйрәткәндәр...

Бөгөнгө көндөң тағы бер башҡа һыймаҫлыҡ хәле – ул Ҡазан ҡалаһында үҫмер егеттең ҡот осмалы енәйәт әҙерләүҙә тотолоуы. Ул ҡала мәктәптәренең береһенә ҡоралланып инеп, биналағы кешеләрҙе үлтерергә уйлай, тип яҙа “Комсомольская правда” гәзите.

Егеттең өйҙә табылған гаджеттарында ҡоралды нисек әҙерләү һәм мәктәптәргә булған һөжүмдәр тураһында материалдарҙы эҙләү табылған. Бынан тыш ФСБ хеҙмәткәрҙәре уның пневматик мылтығын да тартып алған. Ҡоралды үҫмер фатирҙа һаҡлаған. Үҫмер биргән күрһәтмәләрендә, уны мәктәпкә һөжүм итеп, кешеләрҙе үлтерергә Украина кешеһе өндәүен аңлатҡан. Был ир уның менән Телеграмм каналы аша бәйләнеш тотҡан.

Үҫмергә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хоҡуҡ һаҡсылары тотмаған осраҡта ниндәй фажиғә буласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр, килтерге лә килмәй. Балаларығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ, улар менән йәнле аралашыуға ваҡыт табығыҙ. Был бик мөһим!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас