Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Ноября 2021, 09:00

Бәлә кеше башынан йөрөй

Мәктәп уҡыусылары янғындан ҡотҡарылды

Бөгөн иртәнге унда Өфө ҡалаһының 126-сы мәктәбенән төтөн сығыуы тураһында хәбәр ителә. Ҡотҡарыусылар ҡаза урынына ашыға. Мәктәптән шунда 354 кешене, шуларҙың 324-е – балалар, сығаралар.

Бәхеткә, сисенеү бүлмәһенә урынлаштырылған спортинвентарь ғына янғаны билдәләнә. Ул тиҙ арала һүндерелә. Был янғындан ҡаза күреүселәр юҡ. Әлеге ваҡытта ут сығыу сәбәптәре тикшерелә. Мәктәптәге янғынға 37 ҡотҡарыусы һәм 12 берәмек техника йәлеп ителә.

Ҡаза ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй – һаҡ булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас