Новости
20 Ноября 2021, 11:00

Элемтәне өҙә лә ҡуялар

Мин өлкән йәштәмен. Икенсе төркөм инвалидмын. Минең һорауым стационар телефон өсөн түләүгә ҡағыла. 2020 йылға тиклем телефон түләүенә квитанция ай һайын килә торғайны. Шунда уҡ алып барып түләйем һәм бер проблема булманы. Әммә хәҙер ошо квитанциялар өс айға бер килә лә ҡуя...

Хат эҙенән

Мин өлкән йәштәмен. Икенсе төркөм инвалидмын. Минең һорауым стационар телефон өсөн түләүгә ҡағыла. 2020 йылға тиклем телефон түләүенә квитанция ай һайын килә торғайны. Шунда уҡ алып барып түләйем һәм бер проблема булманы. Әммә хәҙер ошо квитанциялар өс айға бер килә лә ҡуя. Һөҙөмтәлә мин телефон өсөн түләп өлгөрмәйем һәм минең элемтәне өҙәләр. Әле бына ай бөтөп килә, ә квитанция юҡ. Һәр ваҡыт Баймаҡ ҡалаһына барып йөрөп булмай бит. Квитанциялар ваҡытында килһен өсөн нимә эшләргә?

Рәйес Вәлиев.

Байыш ауылы.

Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауы буйынса район элемтә үҙәгенә мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәлә Рәйес Нурғәле улы Вәлиев менән телефон өсөн түләү иҫәптәрен ҡағыҙ квитанция рәүешендә алыуға килешеү төҙөлгәне билдәле булды. “Квитанцияларҙы беҙ ебәрмәйбеҙ. Өфөлә һәр абонент күпме түләргә тейеш икәнлеге билдәләнә. Артабан квитанцияларҙы почта хеҙмәткәрҙәре тарата. Ростелеком аша был абонентҡа ай һайын квитанциялар әҙерләнгән һәм әҙерләнеп бара. Ни өсөн уларҙың ай һайын абонентҡа барып етмәүе генә аңлашылмай. Беҙҙең элемтә буйынса һорауҙар булһа, “Ҡыҙыу линия”ға 88001000800 шылтырата алаһығыҙ”,-тип яуап бирҙе район элемтә үҙәге хеҙмәткәрҙәре.

Мәсьәләне асыҡлау өсөн почтамт начальнигы Галина Хачинаға ла мөрәжәғәт иттек. Галина Валентиновна гәзит уҡыусыбыҙҙың проблемаһын контролгә алып, квитанция уға ваҡытында барып етеүен хәл итәсәген белдерҙе.

Рәйес Нурғәле улына башҡа элемтәһеҙ ҡалып, борсолорға тура килмәҫ, тип ышанғы килә.

Әйткәндәй, хат тикшерелгән мәлдә күп абоненттарҙың телефон элемтәһе өсөн түләүҙәрҙе ваҡытында йәки бөтөнләй алмауы билдәле булды. Был күренеш бигерәк тә ауылдарға хас икән. Ҡалала иһә кешеләргә газ, электр уты, һыу өсөн квитанциялар ваҡытында килеп етмәй. Хәҙер иҫәпте электрон рәүештә, интернет аша алып барырға булһа ла, күпселек элеккесә, ҡағыҙ квитанция менән түләүҙе хуп күрә. “Квитанция килмәһә – йә түләргә онотаһың, йә ваҡытында түләмәй иҫәп яңылыш китә. Шуға күрә был йүнәлештә тәртип булдырһындар ине”,-тигән теләк белдерҙе гәзит уҡыусыларыбыҙ.

Ә һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Һорауҙарығыҙҙы телефон аша ла, хат аша ла еткерә алаһығыҙ. Гәзит уҡыусыларҙың теләге буйынса, анонимлыҡ һаҡлана.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас