Һеңлемдең телефондан: “Яңы ғына беҙҙең урамда бер кешене тапап киттеләр!”- тигән борсоулы тауышын ишеткәс тә, әллә нимә эшләп киттем.
Сөнки бынан бер нисә йыл элек ошо уҡ Тыныслыҡ урамында эштән ҡайтып барған бер кешене тапап киттеләр. Ул саҡта ла ноябрҙең ошо ваҡыты ине. Ҡар унда-бында ғына ята, шулай булһа ла ныҡ тайғаҡ. Йорт хужаһы магазинға инеп ейәндәренә тәмлекәстәр алған. Ошо уҡ сауҙа үҙәге янындағы йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урынынан сығып барған. Тик ҙур тиҙлектә килгән машина йәйәүлеләр үткәүеле тигән знакка ла иғтибар итмәй, уны тапап киткән. Ҡазаланыусыға ярҙам күрһәтеп тә өлгөрмәнеләр, ул күп тә үтмәй ошо юлда йән бирҙе. Янында ейәндәренә алған кәнфиттәре, алмалары ғына туҙырап ятып ҡалды. Уны тапаған кеше хөкөм ителде, тик йортона ашҡынып ҡайтып барған ағайҙы ғына кире ҡайтарып булмай шул.
Был юлы фажиғә киске ете тирәһендә була. 24 йәшлек егет 58 йәштәге иргә төкөй. Йәйәүленең иҫерек булып, юл уртаһынан килеүе асыҡлана. Уны дауаханаға килтерәләр. Алған йәрәхәттәре еңелсә булғас, йортона ҡайтаралар. Әгәр йәш егет рулдә шәп килмәһә, ә йәйәүленең кейемендә яҡтыртҡыстар булһа, был ҡаза булмаҫ ине. Бәхеткә, был юлы ҡорбандар булманы. Шулай ҙа водителгә был хәл өсөн яуап бирергә тура киләсәк бит.
Әйтеп үтергә кәрәк, ошондай мәлдә юлдың ситенән барған йәки ҡапыл юлға сыҡҡан йәйәүлеләрҙе күреүе бик ҡыйын. Үткән ялда, оло юлға сығып килгәнемдә, бер иҫерек кеше минең машинаның алдына ғына ҡоланы. Әгәр шәп барһам, туҡтап өлгөрмәһәм, ни булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Иҫерек ир, һис ни булмағандай, артабан да юл буйлап ауа-ауа юлын дауам итте. Ә миңә үҙемә килер өсөн, оҙаҡ ҡына машинала ҡуҙғалмай ҙа ултырырға тура килде. Был ирҙең кейеме ҡап-ҡара, яҡтыртҡыстары юҡ ине. Шәп килгән машина уны тапап китеүе лә ихтимал бит. Сөнки водитель ирҙе күреп өлгөрмәүе йәки үҙе шәп килгән машинаның алдына ғына ҡолауы бар.
Ҡайһы саҡта йәйәүлеләрҙең дә шулай һаҡһыҙ ҡыланыуы уларҙың ғына түгел, ә руль артындағыларҙың яҙмышын да хәүеф аҫтына ҡуя. Водитель кемделер тапаһа, ә ул үлһә, ошо ауыр тойғолар менән ғүмер буйы нисек йәшәргә? Хатта руль артындағы кешенең ғәйебе булмаһа ла, ул был фажиғәне бер ҡасан да онотмаясаҡ бит.
Әйҙәгеҙ, руль артындағылар ҙа, йәйәүлеләр ҙә бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ. Балаларығыҙҙың да, үҙегеҙҙең дә кейемдәренә яҡтыртҡыстар ҡуйырға онотмағыҙ! Был водителгә һеҙҙе алдан күреп, тиҙлеген кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Үкенескә ҡаршы, аварияларҙа һәләк булған кешеләр һаны арта ғына бара. Әгәр барыбыҙ ҙа ошондай фажиғәләргә иғтибар биреп, тейешле һығымта яһаһаҡ, яҡындарын юғалтып илаған кешеләр, етемдәр ҙә әҙ булыр. Уйланығыҙ, кешеләр!
Гүзәл Иҫәнгилдина.