Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Ноября 2021, 10:19

Ҡондоҙ ... дарыуы?!

Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында йәшерен рәүештә “бобровая струя” тигән дарыу һатыу йышайып китте. Аңлатма бирһәгеҙ ине – ул кемгә ярай?

Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында йәшерен рәүештә “бобровая струя” тигән дарыу һатыу йышайып китте. Аңлатма бирһәгеҙ ине – ул кемгә ярай? Ниндәй ауырыуҙарға килешә? Ни өсөн дарыуханаларҙа юҡ. Ярты литрын өс мең һумға һаталар.

Ҡондоҙҙарҙың биҙҙәре бүлеп сығарған матдәнең йәғни халыҡ телендә “бобровая струя” тигән атама алған шыйыҡсаның файҙаһын официаль медицина танымай. Уның менән һатыу итеүселәр ҡондоҙҙоң тик сифатлы һыу һәм файҙалы үләндәр менән туҡланыуын, һөҙөмтәлә был йәнлектең организмында файҙалы матдәләр күпләп тупланыуы менән аңлата. Ул киптерелгән биҙҙәр, спирт төнәтмәһе, онтаҡ, мазь, крем, “Касолин” препараты рәүешендә һатыла. Дарыуханала ҡондоҙ биҙҙәре матдәһенең экстрактын, мазь, кремдарын осратырға була. Халыҡ медицинаһын ҡулланыусылар был ҡондоҙ дауаһын яман шештәрҙән, хәл бөткәндә, депрессия, стресс күҙәтелгәндә, тире ауырыуҙарынан, шәкәр диабетынан, варикоздан һ.б. тәҡдим итәләр. Әлбиттә өйрәнелмәгән дауаланыу ысулы менән бик һаҡ булырға кәрәк. Аҡса эшләү өсөн ҡондоҙ биҙҙәренең матдәһе урынына бөтөнләй икенсе шыйыҡса тоттороп киткән мутлашыусылар ҙа бар. Ниндәй генә ысул менән дауаланырға уйлаһағыҙ ҙа, тәүҙә уны ентекләп өйрәнергә, табип менән кәңәшләшеү мөһимдер ул.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас