Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Ноября 2021, 10:15

Беҙгә ярҙам бармы?

Беҙ – йәш ғаилә, өс бала үҫтерәбеҙ. Ипотекаға өй алғанда, Хөкүмәт тарафынан уны ҡапларға ярҙам күрһәтелә тип ишеткәйнек. Ошо хәбәр дөрөҫмө?

Һорау – яуап

Ярҙам бар!

-Ҡәҙерле редакция! Беҙ – йәш ғаилә, өс бала үҫтерәбеҙ. Ипотекаға өй алғанда, Хөкүмәт тарафынан уны ҡапларға ярҙам күрһәтелә тип ишеткәйнек. Ошо хәбәр дөрөҫмө? Әгәр шулай булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Ғәрифуллиндар.

- Эйе, 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы балалар тыуған осраҡта, ипотеканы ҡаплау өсөн бюджеттан 450 мең һум алырға мөмкин. Бында йорт төҙөү өсөн алынған ипотека кредиты ла инә. Ишле ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы хаҡында илебеҙ Президенты Владимир Путин 2019 йылдың 20 февралендә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим иткәйне. Ипотека буйынса бурысты кәметеү күп балалы ғаиләләрҙең тормошон һиҙелерлек еңеләйтеп, уңышлы эшләп килә. 450 мең һумлыҡ ярҙамды алыу өсөн ипотекаға килешеү төҙөлгән банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас