Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Ноября 2021, 06:35

Бүләкһеҙ ҡалмаһын балалар!

Радий Хәбиров Яңы йылды байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Ниһайәт, тиҙҙән Яңы йылға аяҡ баҫасаҡбыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылды байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, яҡын арала БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендә төрлө ведомстволарҙың вәкилдәренән торған ойоштороу комитеты булдырыласаҡ.

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, ойоштороу комитеты яҡшы билдәләренә генә өлгәшкән балаларҙы, инвалид балаларҙы, уңыштар яулаған спортсыларҙы, сәнғәт тәрбиәләнеүселәрен, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балаларын, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, ишле ғаиләләрҙәге балаларҙы һәм башҡаларҙы бүләктәр менән тәьмин итергә тейеш.

Тантаналар уҙғарғанда COVID-19 менән көрәш буйынса эпидемиологик нормалар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Байрамды ойоштороу өсөн аҡса республика һәм муниципаль ҡаҙнанан бүленә.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас