Новости
17 Ноября 2021, 10:25

Йәштәр ағыуланған!

Һатып алынған суррогаттан бер ҡыҙ комаға киткән...

Уйламаған фажиғә бар республика халҡын хафаға һалғандыр, тип уйлайым. Татарстанда 13 студент суррогат алкоголь менән ағыуланған. Шуларҙың ун бере – Стәрлетамаҡтан ҡунаҡҡа барған студенттар.

Йәштәр тыуған көнгә йыйыла. Улар табын үткәреү өсөн ҡулдан 5 литрлыҡ һауыт менән араҡы һатып ала. 18 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәрҙең барыһы ла ағыулана. Бер ҡыҙ комаға киткән. Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатылып, тикшереү бара.

Һуңғы осор Рәсәйҙә суррогат алкоголь менән ағыуланыусылар арта бара. Бәхетһеҙлеккә, үлем осраҡтары ла бар. Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас