Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Ноября 2021, 04:55

Тағы ла карьерҙар хаҡында

Вице-премьер эш сәфәре барышында, БР ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияның ултырышына саҡыртылған компанияларҙың, ярты йыл үтеп китһә лә, үҙҙәренә ҡуйылған талаптарҙы һаман да тулыһынса үтәмәүен белдерҙе...

Үткән ял көндәрендә районыбыҙҙа эш сәфәре менән БР Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов һәм БР экология министры Урал Искәндәров булды.

Мәғлүм булыуынса, быйыл яҙҙан республика Башлығының ҡарары буйынса, Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссия эшләй башланы. Ярты йыл элек комиссия ултырыштарының береһендә Урал аръяғында, шул иҫәптән Баймаҡ районында эшләгән, урындағы халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән компанияларҙың вәкилдәре саҡырылып, уларҙың эшмәкәрлеге тикшерелгәйне. Азат Шамил улы ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә барлыҡҡа килгән һорауҙар республика етәкселеген ныҡ борсоуын, айырыуса был өлкәләге закон боҙоу осраҡтары, ҡаҙылма байлыҡтар алынғандан һуң биләмәгә рекультивация үткәрмәү, лицензияланған биләмәнән ситкә сығыу йыш осраған күренештәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр даими рәүештә урындарға сығып өйрәнеләсәген белдергәйне.

Комиссия алдында яуап тотҡан “Таналыҡ” ЯСЙ-һына тулыһынса рекультивация эштәрен башҡарырға, башҡа етешһеҙлектәрҙе лә бөтөрөргә ҡушылғайны. Һәм халыҡты һөйөндөрөп, алтын йыуыусыларҙың эше туҡтап ҡалғайны.

Вице-премьер эш сәфәре барышында, БР ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияның ултырышына саҡыртылған компанияларҙың, ярты йыл үтеп китһә лә, үҙҙәренә ҡуйылған талаптарҙы һаман да тулыһынса үтәмәүен белдерҙе. “Беҙ экология министры Урал Искәндәров менән компанияларға ҡарата белдерелгән дәғүәләрҙе һәм улар нимә эшләргә тейеш икәнлеген ҡарап сыҡтыҡ. Әммә күпселек талаптар өлөшләтә генә эшләнгән. Шуға күрә комиссияның көн тәртибенә был компанияларҙың эшен туҡтатып, лицензияһын тартып алыу мәсьәләһен сығарыу варианты ғына ҡала”,-тине Азат Шамил улы.

Азат Бадранов Беренсе Төркмән һәм Басай ауылы халҡы менән осрашты. Сходта шулай уҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.

Осрашыуҙар барышында кешеләрҙе борсоған бар мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде. Киләсәктә урындағы халыҡта аңлашылмаусанлыҡ һәм ризаһыҙлыҡ булмаһын өсөн Беренсе Төркмән һәм Басай ауылдары кешеләренән торған Йәмәғәт советы төҙөлдө. Был совет килеп тыуған һәр проблема буйынса үҙ фекерен әйтеп, уларҙы хәл итеүҙе талап итәсәк. Был биләмәлә эшләгән “Весна” ЯСЙ-һы хаҡында әйтеп үтергә кәрәк. Урындағы халыҡ, ауыл хакимиәттәре биргән мәғлүмәт буйынса был компания бар ҡағиҙәләргә ярашлы эшләй, ауыл кешеләренең һорауҙарын иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Был предприятиела урындағы халыҡтан 90 кеше эшләй. Кешеләрҙе борсоған, шау-шыу тыуҙырған мәсьәләләрҙе өйрәнеп, шуны әйткем килә: күп аңлашылмаусанлыҡ халыҡтың бесәнлектәрен юридик яҡтан рәсмиләштермәү сәбәпле килеп сыға. Шуға күрә ауыл кешеләрен был хоҡуғын ҡулланып, бесән сапҡан ерҙәрен законлаштырып ҡуйырға саҡырам”,-тине Азат Шамил улы.

Күсей ауыл биләмәһе халҡы үҙҙәрен борсоған Сыуашбай һәм Ташкисеү йылғаларының кибеүе, балыҡтарҙың ҡырылыуы, ошо бер бәләкәй биләмәлә генә ер аҫты ҡаҙылмаларын табыу менән шөғөлләнгән 4 предприятиеның булыуы, юл проблемаларын яңғыратты. Мал көсө менән йәшәгән халыҡ алтын табыусыларҙың ергә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыланыуына оло борсолоуын белдерҙе.

Артабан вице-премьер Азат Бадранов, экология министры Урал Искәндәров алтын йыуылған ергә барып, компанияларҙың етәкселәре менән осрашты. Ауыл халҡы ла уларға үҙҙәренең дәғүәләрен еткерҙе. Азат Шамил улы ер аҫты ҡаҙылмалары тәртип һәм тейешле ҡағиҙәләр менән алып барылмаһа, уларҙың лицензияларын тартып алыу мәсьәләһе күтәреләсәген белдерҙе.

Хәтерегеҙҙә булһа, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтендә предприятиеларҙың экологияға зарар килтергәне өсөн финанс яуаплылығын арттырыу мөһимлеген: “Тәбиғәт иҫәбенә килем алдың икән – артыңдан йыйыштырып та ҡуй”,-тигән һүҙҙәре менән белдергәйне. Президент “Росприроднадзор”ҙың һәм башҡа контроль органдарының үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тейешлеген билдәләне. Тимәк, Баймаҡ алтыны менән байып, ерҙәребеҙҙе илаулы хәлдә ҡалдырып, ҡасырға маташҡан компаниялар ил етәксеһенең талабын үтәмәй?

Шулай итеп, республика Башлығы Радий Хәбировтың ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса башлаған эше дауам итә. Мәғлүм булыуынса, БР Хөкүмәте тарафынан районыбыҙҙағы ҡатламлы таш сығарылған бар карьерҙарҙың да эшмәкәрлеге тикшерелеп, был йүнәлештә лә тәртип булдырылды.

Шуға күрә Азат Бадрановтың: “Республикабыҙҙың ер байлығы менән файҙаланыусы ойошмаларға ҡарата талаптар һәр саҡ ҡаты буласаҡ, улар тик закон буйынса эш итергә, экологияны һаҡлау йүнәлешендәге бар ҡағиҙәләрҙе үтәргә һәм эшмәкәрлеген алып барған биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешендә әүҙем ҡатнашырға һәм тос өлөш индерергә тейеш”,-тигән һүҙҙәре ер-һыуҙарыбыҙҙы талауға сик ҡуясағына ныҡлы ышаныс бирҙе.

Гүзәл Салихова.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас