Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Ноября 2021, 11:30

Көндөҙ +1, төндә -25!

Һауа торошо сюрприздары менән аптыратыуын дауам итәсәк әле...

Һауа торошо сюрприздары менән аптыратыуын дауам итәсәк әле.

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә аҙна уртаһында атмосфера баҫымы түбәнәйә башлай, атмосфера зонаһы фронттарында ҡар, епшек ҡар яуа, урыны менән буран, боҙлауыҡ күренештәре, юлдарҙа ҡар һырынтылары буласаҡ. Һауа температураһы төндә -6, -11, көндөҙ +1, -4 градусҡаса күтәрелә. 18 ноябрҙә һауа торошоноң йәнә һалҡын булыуы көтөлә. Төндә -13, -18, урыны менән -20, -25, көндөҙ -5, -10 градус”.

Аҙна аҙағында һауа торошо йәнә боҙола, ҡар яуыуы, буран сығыуы ихтимал. Һауа температураһының йәнә күтәрелеүе көтөлә.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас