+17 °С
Облачно
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров бар Шыршы һәм Боҙ ҡаласыҡтары 1-20 декабрҙә эшләй башларға тейеш тип белдерҙе.
Ысынлап та йыл дауамындағы пандемия, коронавирустың таралыуы, башҡа күңелһеҙлектәр йәмғиәттәге төшөнкөлөк сатҡыларын ныҡ арттырҙы. 1 декабрҙән үк мөғжизәле донъя ҡаласыҡтары балҡып янһа, һәр кемдең кәйефе күтәреләсәк бит. Бар ауырыуҙарҙы, насарлыҡтарҙы ла йәһәтерәк 2021 йылда ҡалдырып, Яңы йылға күске килә бит. Тик Боҙ ҡаласыҡтары ҡалаларҙа ғына түгел, ә һәр ауылда ла булһын ине.
Гүзәл Иҫәнгилдина.