Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Ноября 2021, 11:05

Тағы бер 18 йәшлек бала һәләк булды

Юлдағы фажиғәләр кәмемәй...

Юлдарҙа береһенән-береһе ҡурҡыныс авариялар ҡабатланып тороуы хафаға һала. Туймазы районындағы юл фажиғәһендә 18 йәшлек ҡыҙ һәләк булды. Әсәһе руль артында була. Улар йөк машинаһының юлына килеп сыға һәм йөк транспортының һуғыуы нәҡ ҡыҙ ултырған яҡҡа тура килә. Әлеге ваҡытта әсә кеше комала ята. Улар ҡыҙы һәм әсәһе менән өсәүләп йәшәйҙәр. Был фажиғәне ишеткән өләсәй аяҡтан йығыла. Оло кешенең ҡыҙы һәм ейәнсәре менән булған фажиғәгә тиклем дә һаулығы шәптән булмай. Октябрьск нефть колледжының икенсе курсында уҡыған ҡыҙҙы ерләнеләр ҙә инде. Курсташтары һәм уҡытыусылары сәнғәткә ғашиҡ, һәр саҡ шат күңелле ҡыҙҙың был донъяла булмауына һаман ышана алмайҙар.

Хөрмәтле руль артындағылар. Көндәр боҙола, юлдар тайғаҡ. Ҡабаланмайыҡ! Ипләп кенә йөрөйөк!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас