Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
7 Ноября 2021, 11:35

Водителдәр "праваһыҙ" йөрөмәһен

18 йәшлек егет аварияла һәләк булды

Водитель таныҡлығы булмаһа ла, руль артына ултырыусылар күп. Айырыуса йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең “праваһыҙ” рулгә ултырғаны ҡурҡыныс. Тәжрибәһеҙ водителдәр йыш ҡына юлда хәүеф тыуҙыра, үҙҙәренең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Бөгөн бына шундай ҡаза булды. Өфө янында 18 йәшлек егеттең еңел машинаһы һәм йөк машинаһы төкөшә. Егет шунда уҡ йән бирә. Уның водитель таныҡлығы булмауы асыҡланған. Йөк машинаһының водителе имен-һау, машинаһы ғына ҡыйралған. Авария таңғы дүрттә теркәлгән. Тикшереү эштәре бара.

Балаларҙы ошондай хәүеф-хәтәрҙән һаҡлайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас