Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Ноября 2021, 11:10

Һунарҙа үҙ улына атҡан

Урманға сәйәхәт бала өсөн фажиғәле тамамлана

Ата кеше туғыҙ йәше тулған улына бүләк эшләйем тип, уны үҙе менән бергә һунарға алып китә. Урман буйлап йөрөгәндә ирҙең мылтығы ағас ботағына эләгә. Ул мылтыҡты ысҡындырыу өсөн, ҡоралды тартҡыслай башлай. Шул ваҡытта ир яңылыш атып ебәрә һәм пуля улының яурынына барып эләгә. Ата улын яҡындағы дауаханаға алып бара. Малайҙы ҡотҡарыу өсөн Өфөнән табиптар ҙа килеп етә. Бәхеткә, бала имен ҡала. Туймазы районында булған был хәл буйынса тикшереү алып барыла. Ҡорал менән эш иткәндә бер үк һаҡ булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас