+20 °С
Облачно
Был фажиғә Илеш районында булған. Алты йәшлек малай һыу буйында уйнап йөрөй. Ул боҙ өҫтөнә баҫа һәм бата башлай. Уның менән бергә уйнап йөрөгән малай өлкәндәрҙе саҡырырға йүгерә. Тик үтә һуң була - бала һәләк була. Балаланың ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Әлеге ваҡытта һәр йылға-күлдә ялтырап боҙ ята. Балалар уның өҫтөндә уйнарға маташа. Быға юл ҡуймағыҙ! Нығынып бөтмәгән боҙ өҫтөнән йөрөмәгеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.