Новости
4 Ноября 2021, 08:33

Бында йәшәү менән үлем алыша...

Күҙемде асһам, ҙур, ялтыр күҙле ниндәйҙер йән эйәләре миңә текләгән. Үҙемде үлгәнмен дә, теге донъяға эләккәнмен икән тип уйланым...

Добавить в предпочтительные источники Google

“Ҡыҙыл зона”ла йәғни ковид госпиталендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә сығыуы бик ауыр. Тәүлек әйләнәһенә килгән ауырыуҙар менән эшләгән аҡ халатлыларҙың һөйләшергә генә түгел, ултырып ял итеп алырға ла ваҡыттары юҡ. Әҙерәк кенә тыныс булып ҡалһа, медиктар стенаға һөйәлеп булһа ла, бер аҙға күҙен йома. Ә бындай мәл бик һирәк эләгә. “Ҡыҙыл зона”ның һәр мөйөшөнән ыңғырашыу тауыштары ишетелә. Был әле әҙерәк хәле булған пациенттар. Ә инде ауырыу хәлдәгеләр (улар көндән-көн күбәйә бара) йәшәү менән үлем араһында: уарҙың ыңғырашырға түгел, күҙҙәрен асырға ла хәлдәре бөтөнләй юҡ.

“Өлкәндәр генә ковид менән ауырый һәм улар был вирусты ауыр үткәрә” тигән фекер таралған. Төптө дөрөҫ түгел. Барыһы ла ауырый: яңы тыуған сабыйҙан алып иң оло кешеләргә тиклем. Һәм бар ауырыуҙарҙың да хәле тиҙ арала мөшкөлләнеүе бар”,-ти табиптар.

Коронавирустың ҡотороуы Баймаҡта ғына түгел, тотош Рәсәйҙә күҙәтелә. Октябрҙең һуңғы көнөндә генә: “Илебеҙҙҙә ковид менән ауырыған кешеләрҙең һаны ҡырҡ меңгә етеп бара”,-тип ҙур хафа белдерелһә, 2 ноябргә, бер төн эсендә, ковид йоҡтороусылар һаны 40502-гә барып етте. COVID-19 ауырыуының бындай һандарға барып еткәне юҡ ине әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирусологтар артабан ковидтың тағы ла артасағын ғына белдерә. Сөнки вирустың “дельта” штамына тағы ике төрлө штамм килеп ҡушылып, коронавирусты тағы ла аяуһыҙыраҡҡа әйләндерҙе.

Көндәгесә йоҡоһонан уянып, үҙ эше менән мәшғүл, һау-сәләмәт кешеләргә коронавирус ҡайҙалыр алыҫта һәм уның менән был ауырыу булыуы мөмкин түгел кеүек тойолалыр. Тик беребеҙ ҙә тулы ышаныс менән “ауырыу миңә йоҡмаясаҡ, мин госпиталгә эләкмәйәсәкмен” тип әйтә алмай шул.

Ә “ҡыҙыл зона” йәшәү менән үлем араһы булып, үҙ эшен тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Әжәл яндарында ғына йөрөгән палатанан хәле еңелләшә башлағандар палатаһына күсерелгән 51 йәштәге Ғаяз Рәхмәтуллин бына нимәләрҙе һөйләне: “Коронавирус миңә лә йоғор тип уйламаным. Бер көн температурам 37.5 градусҡа күтәрелде. Икенсе көндө яҡшылап хәтерләмәйем дә. Ҡатыным әйтеүенсә, “Ашығыс ярҙам” килер алдынан бәҙрәфкә барып киләйем тип сыҡҡанмын. Шунда уҡ аңымды юғалтҡанмын. Башым ярылған. Госпиталгә алып барғандарын яҡшылап хәтерләмәйем дә. Күҙемде асһам, ҙур, ялтыр күҙле ниндәйҙер йән эйәләре миңә текләгән. Үҙемде үлгәнмен дә, теге донъяға эләккәнмен икән тип уйланым. Һуңынан ғына табиптарҙың махсус кейемдәрен шулай итеп күргәнемде аңланым. Мин тын алмай башлағас, улар минең янымдан китмәй, кислород ебәреп, көскә ҡотҡарып алғандар. Ауырыуҙы йоҡторғандан һуң бер тәүлек эсендә эшлектән сыҡҡанмын. Үпкәләремдең зыянланыуы 73 проценттан ашҡан. Ауырыуҙы ҡайҙа йоҡторғанымды белмәйем. Бәлки, вахтала йәки магазиндалыр. Битлек кеймәй торғайным, сөнки ауырыу миңә йоғоуы мөмкин икән тип уйламаным. Вакцина ла яһатмағайным шул. Ҡатыным, уларҙың эшендә талап иткәс, эшләткәйне. Ул ауырыманы, шулай ҙа мин госпиталгә эләккәс, өйҙә ултыра. Бәлки, ауырыуы һиҙелмәй үтәлер. Карауаттан тороп ултырыу өсөн дә минең өсөн батырлыҡ булған ҡурҡыныс көн-төндәремде уйлайым да, госпиталдән сыҡҡас мотлаҡ прививка эшләтәм (ярты йыл көтөргә тура килә инде) һәм бөтә ерҙә ике ҡат битлек кейеп йөрөйәсәкмен тип үҙемә ант иттем. Ҡатыным менән ҡунаҡҡа йөрөү-саҡырыу беҙҙең өсөн киләһе бер йылға бөттө тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ”.

Күгиҙел ауылынан Әнисә һәм Васил Сирусиндар ҙа Баймаҡ табиптарына рәхмәттәрен уҡып бөтә алмай: “Ҡапыл ауырып китеп, икебеҙ ҙә госпиталгә барып эләктек. Хәлебеҙ мөшкөл ине. Шулай ҙа беҙҙең табиптарҙың тырышлығы менән ун көн эсендә аяҡҡа баҫтыҡ. Шул тиклем һәйбәт итеп ҡаранылар, тәрбиәләнеләр, йүгереп кенә йөрөйҙәр! Шуға күрә баш табип Таһир Вилүр улы Мәүлетовтың ҡулы аҫтында эшләгән бар медицина хеҙмәткәрҙәренә ғаиләбеҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙе һаҡлап-ҡурсалап ҡалған кеүек, үҙегеҙ ҙә һау-сәләмәт булығыҙ. Барыһы өсөн дә мең рәхмәт һеҙгә, Баймаҡтың уңған, тырыш, һөнәренең оҫтаһы булған медиктары!”

Бына шулай, яҡташтар, “ҡыҙыл зона”ла беҙҙең дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ, коллегаларыбыҙ ғүмере өсөн көрәш дауам итә. Йәшәү һәм үлем алышҡан биләмәгә эләкмәү өсөн һеҙ ниндәй саралар күрәһегеҙ?

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова