Күп быуаттар ҡатын кеше иң тәүҙә Әсә булараҡ ҡабул ителде. Был изге бурысты үтәү бер кемдә лә бәхәс тыуҙырманы. Әммә ваҡыт үтә бара, йәмғиәт тә үҙгәрә, кәрәкле лә, кәрәкһеҙ ҙә мәғлүмәт туҡтауһыҙ һөжүм иткәндә, кешеләрҙең аҡыл, уй-фекере лә икенсе йүнәлеш алды. Әсә булыу, бала бағыу кеүек изге төшөнсәләр ҙә күптәр өсөн икенсе планға күсә башланы. Ҡатын-ҡыҙ хәҙер тәү сиратта һөнәрле булырға, карьера яһарға, аҡса эшләргә, өй, машина һатып алырға хыяллана. Элекке кеүек ул ир-егеттең күпме аҡса алып ҡайтып бирәсәген көтөп ултырырға теләмәй. Шул уҡ ваҡытта күпселек ғаиләлә бер кеше генә эшләһә етеш йәшәүе лә мөмкин түгел. Был айырыуса беҙҙең илгә хас күренеш.
Шулай итеп, атай һәм әсәй иртәнән кискә тиклем эштә, бәхетле балаларҙы ҡартатай-өләсәй тәрбиәләй. Кире осраҡта улар интернет “тәрбиә”һенә тапшырылған. Ҡатын кеше эшендә лә, өйөндә лә өлгөрөргә тырышып, көнө буйы саба. Һәм күпселек гүзәл ханымдарҙың барыһы ла ҡулынан килә: улар балаларына етерлек аҡса эшләй, хатта үҙ эшен аса, һөнәри ҡаҙаныштары менән карьера баҫҡысы буйынса үрләй... Ҡыуаныслы күренеш. Икенсе яҡтан барыһын да үҙе башҡарып өйрәнгән ҡатындар әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшә алмаған ирҙәрен артыҡ күрә башлай. Быны йәшерергә кәрәкмәйҙер, хатта беҙҙең кеүек бәләкәй ҡалаларға ла килеп етте был күренеш. Элек ғаиләлә ир һүҙе һүҙ булһа, атай абруйы күтәрелһә, хәҙер был юҡҡа сығып бара. Тотош йәмғиәттең үҙгәреүен күҙәтәбеҙ. Эйе, беҙ быуаттан-быуатҡа һалынып килгән йолаларҙың, төшөнсәләрҙең үҙгәргән, хатта юҡҡа сыҡҡан заманда йәшәйбеҙ.
Һәр һуғыштың сәбәбендә – ҡатын-ҡыҙ тора, тигән боронғо фәйләсүфтәр. Уны үҙгәртеп һәр ҡоролоштоң икенсе ағымдан китеүе көсһөҙ (ә хәҙер беҙҙе көсһөҙ тип әйтеп буламы икән?) затҡа бәйле тип әйтер инем. Элек ҡатын-ҡыҙҙың бәхете яҡшы хәләл ефет, әсә булыуға бәйле булһа, хәҙер бәхетле булыуға талаптар арта. Ҡатындар өй усағы янында ғына ултырырға теләмәй, улар аҡса эшләй, сәйәсәт, бизнес менән шөғөлләнә һәм күпселеге ир-егеткә баш бирергә теләмәй. Бының бер яҡтан ҡурҡынысы ла юҡ кеүек. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй – үҙгәрештәр мәлендә йәшәйбеҙ бит. Икенсе яҡтан бойондороҡһоҙ ҡатындар менән бер рәттән бер ҡасан да әсә булырға теләмәгән, кейәүгә сығырға уйламаған да ҡыҙҙар быуыны ҡалҡып сыҡты. Хатта үҙ парын тапҡандар ҙа тормошон тик үҙенә генә бағышларға теләүен белдерә. Бындай ғаиләләрҙә бала ауазына урын юҡ. Ҡатындарҙың үҙе теләгән үрҙәргә етә алыуы тулы булмаған ғаиләләр һанын да ҡырҡа арттырҙы. “Балаларҙы мин үҙем ҡарай алам. Нимәгә миңә ир?”-тиеүселәр ҙә бихисап. Һөҙөмтәлә, бала тулы булмаған ғаиләне дөрөҫ күренеш тип ҡабул итеп үҫә. Киләсәктә үҙе лә ошондай мөнәсәбәткә тартыла. Халҡыбыҙ атаһыҙ – ул, әсәһеҙ – ҡыҙ үҫтермә, тип юҡҡа әйтмәгән. Бала бар яҡтан камил булып үҫһен, киләсәктә матур ғаилә ҡора алһын өсөн уға атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй кәрәк. Беҙ интернет аша йәш быуындың аңын төрлөсә томаларға, зәғифләргә теләгән заманда йәшәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер сит илдәрҙә бер енесле кешеләрҙең бер-береһенә өйләнергә рөхсәт бирелеүе быны бар Ер шарына пропагандаларға тырышыуҙары ла ниндәй аңлайышһыҙ мәлдә йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Ҡайһы саҡта интернет селтәре “бала табыу, ғаилә ҡороу “мода”ла түгел” тигән ҡурҡыныс фекерҙе һәр йәш кешегә һеңдереү өсөн генә уйлап табылғандыр, тип уйлап ҡуяһың...
Гүзәл Иҫәнгилдина.