Новости
3 Ноября 2021, 13:10

Тәүбәмә килдем...

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, минең алйотлоҡто ҡабатлап, ауырыһағыҙ ҙа эшкә һөйрәлеп йөрөмәгеҙ!..

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡатыным менән талашҡан көн булды был. Шунан ҡапыл йөрәгем ҡыҫып. әллә нимә эшләп йығылдым. Барыһында ла бисәкәйҙе ғәйепләп, уны яҡын килтермәнем. Ә бит унан өс көн алда уҡ ауырып йөрөй инем. Эштә лә йүткереп йөрөгән бер-ике кеше бар ине. Әммә беҙгә бит үҙ баштан үткәрер кәрәк. Бисәгә үс итәм тип холодильниктан һыуыҡ һыра алып эстем әле тағы. Скорый килгәндә минең хәл мөшкөл ине. Алып киттеләр. Госпиталдәге мәхшәрҙе күреп ҡот осто. Өс көн үпкәмде ҡуша йүткереп яттым. Сыҡтым. Хәл юҡ. Бисәгә яман ҡарау ҙа юҡ, ҡайҙан ҡырын һүҙ әйтеү. Эшкә сығырға ҡабаланмайым да, үлеп китһәм урыныма кешеһен тиҙ табырҙар. Хәҙер һаулығымды хәстәрләйем. Кешеләр, госпиталгә эләгеүҙән Хоҙай һаҡлаһын! Өлкән ҡыҙ врач булам тип йөрөй. барма тип әйтәсәкмен. Аллам һаҡлаһын, ошондай шарттарҙа эшләгән врачтарға! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, минең алйотлоҡто ҡабатлап, ауырыһағыҙ ҙа эшкә һөйрәлеп йөрөмәгеҙ!

Р.

Автор:Гузель Салихова