+21 °С
Облачно
Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указына ярашлы, ковидтан вакцина яһатмаған 60 йәште үткән граждандар үҙизоляцияға ебәрелде. Был ҡарараҙар коронавирус менән хәл ҡырҡа насарайыу сәбәпле ҡабул ителде. Шуға күрә һеҙгә әлегә өйҙән сығып йөрөргә ярамай. Шул уҡ ваҡытта дауахана һәм вакцина эшләтеү пункттары эшләүен дауам итә. Һеҙ терапевтҡа күренеп, вакцина эшләтә алаһығыҙ.