Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
3 Ноября 2021, 14:25

93 йәштәге инәй телефонһыҙ ыҙалай

Хәҙисә инәй Әҙеһәмованың хаты эҙе буйынса йөрөү нимә менән тамамланды?..  

Добавить в предпочтительные источники Google

Мин Юлыҡ ауылының иң оло кешеһе, гел ярҙамға мохтажмын. Йәй көнө ейәнсәрем ваҡытлыса Баймаҡҡа алып ҡайтты, шул ваҡытта өй телефонымды өҙҙөләр. Август айында кире ҡайттым. Тик телефонды кире тоташтырманылар, ә мин телефонһыҙ йәшәй алмайым. Һәр бер йомош өсөн күрше-күләнгә, магазинға йөрөрлөк хәлем юҡ. Гел телефон аша ярҙам һорай инем. Телефон тоташтырыу буйынса Баймаҡҡа әллә нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем, һаман ыңғай яуап булманы. Мине ҡараған социаль хеҙмәткәр бар, тик ул һәр ваҡыт минең менән була алмай. Килһә – тәғәйен эшен башҡара ла ҡайта.

Миңә 93 йәш, йыш ауырыйым, дарыуҙар кәрәк. Ауылда медпункт эшләмәй. Дарыу алып килергә шылтыратырға телефон кәрәк. Ул минең өсөн ҙур иптәш ине. Бар йомошомдо телефон аша башҡарам. Шуға күрә редакцияға үтенесем ҙур, бәлки, һеҙ миңә тиҙ арала телефон тоташтырырға ярҙам итерһегеҙ? Ауыл депутаттарына, активына әйтеп ҡараным, ыңғай яуап булманы.

Хәҙисә Әҙеһәмова.

Юлыҡ ауылы.

Хәҙисә Шәкүр ҡыҙының мөрәжәғәте буйынса район элемтә үҙәгенә мөрәжәғәт иттек. Үкенескә ҡаршы, унда оло кешене йыуатырлыҡ яуап ала алманыҡ. “Хәҙисә Әҙеһәмова телефон элемтәһе менән тәьмин ителеү килешеүен тулыһынса өҙгән. Шуның менән ул өйөнә килгән элемтәнең “нөктәһен” бушатҡан. Килешеү тулыһынса өҙөлгәс, был элемтә нөктәһе икенсе абонентҡа бирелгән. Әгәр ул үҙенең телефон элемтәһен бронгә ҡуйып торған булһа, был хәл булмаҫ ине. Шуға күрә Хәҙисә Шәкүр ҡыҙына кемдеңдер элемтә нөктәһен бушатыуын көтөргә генә ҡала. Әлегә ундай буш нөктәләр бөтөнләй юҡ”,-тинеләр район элемтә үҙәгендә.

Оло йәштәге инәйгә телефонһыҙ ҡалыу – ҡулһыҙ ҡалыуға тиң икәнлеге яҡшы аңлашыла. Ул яңғыҙы йәшәй һәм телефон уға һәр саҡ кәрәк. Шуға күрә Хәҙисә Шәкүр ҡыҙының проблемаһы тиҙ арала хәл ителер, район элемтә үҙәге, Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте уға ярҙам итеүҙе ныҡлы контролгә алыр, тип ышанғы килә.

Гүзәл Салихова әҙерләне.

 

Автор:Гузель Салихова