Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 18:25

“Һауа етмәүҙән үлермен тип йоҡларға ла ҡурҡа инем..”

Барыбыҙ ҙа ауырыныҡ. 20 йәштәге ҡусты-һеңлеләр ҙә. Йәш организм бирешмәй тигән булалар ҡайһы берәүҙәр. Буш һүҙ...

Ер шарына уйламағанда килгән коронавирус афәте тормошобоҙҙо ғына түгел, ә күп нәмәгә ҡарашыбыҙҙы ла үҙгәртте. Ҡасандыр тотош илдәрҙе ҡырған чума, холера һ.б. ауырыуҙарҙың тарихын да ҡарап сығылды. “Нисәмә быуат элек медицина булмаған бит, кешеләр шуға һәләк булған. Ә хәҙерге алдынғы медицина технологиялары булған заманда нисек инде COVID-19 исемен алған сир улай донъяны ялмап алһын? Үтер...”

Таныш фекерме? Эйе, күбебеҙ коронавирус ауырыуына ышанманыҡ. Әле лә көлөп ҡараусылар бар. Табиптарҙың, хәҙер инде хатта таныштарыбыҙ, яҡындарыбыҙҙың был ауырыуҙан һәләк булыуы уйландыра башланы, хафаға һала. Һеҙҙең иғтибарығыҙға коронавирус менән ауырып аяҡҡа баҫҡан, ныҡ, сыҙам, спорт менән дуҫ булған 52 йәштәге ирҙең уй-кисерештәрен еткерәм. Бәлки, COVID-19 сирен үҙ башынан үткәргән кешенең тарихы беҙҙе ныҡлы уйға һалыр.

Коронавирус ауырыуы тарала башлауы тураһында хәбәр итеп, халыҡты үҙизоляцияға оҙатҡас та, ошо сирҙең барлығына ышанмай инем. Дуҫтар, таныштар менән интернет аша аралашып, COVID-19 сирен “уйлап тапҡан” етәкселекте әрләйбеҙ. “Буш хәбәр”, “аңлашылмаған сәйәсәт” кеүек төшөнсәләрҙе йыш ҡулландыҡ. Ваҡыт үтә бара: “Беләһегеҙме, ә минең күрше ауырып киткән, дауаханаға алып киттеләр”, бәғзеләр: “Ә минең туғанымда ошо сир табылған”,-тигән хәбәр килә башланы. Барыбер ышанып бөтмәнек. Беҙгә бит ышаныу өсөн барыһын мотлаҡ үҙ башыбыҙҙан үткәрергә кәрәк.

Хоҙай Тәғәлә: “Туҡта әле ышанмаһаң”,-тинеме икән, мин ауырый башланым. Унан алда минең һәм ҡатыным яғынан бер төркөм туғандар балыҡҡа барғайныҡ. Шунда өшөгәйнем. Кискә ҡарай температурам күтәрелгәс, һалҡын тейгәндер тип уйланым, әммә әллә ни иҫем дә китмәне. Өс көн буйы шул 37,5 температураһы менән йөрөнөм. Дүртенсе көнгә хәл бөтә башланы. Хәҙер күберәк ята башланым. Температураға, вирусҡа ҡаршы төрлө дарыуҙарҙы услап эсеп йүнәлергә маташтым. Унан үләндәргә тотондом. Бер нәмә ярҙам итмәй. Ҡапыл ҡасандыр элек ауырып йүнәлгән бар ауырыуҙарым ҡалҡып сыҡты: бауыр, енес биҙҙәре, кисергән операциям... Хроник бронхитты мин күптән нимә икәнен дә онотҡан инем. Уныһы иң аҙаҡтан алҡымымдан алды. Хәҙер инде йоҡларға ҡурҡа башланым. Сөнки тын алып булмай. Йоҡлап китермен дә, төнөн һауа етмәүҙән үлеп ҡуйырмын тип ҡурҡа башланым. Тын алып булмай, үпкә эсендә ниҙер ултырған кеүек. Һуңынан табиптар аңлатыуынса, коронавируслы кешелә унда төйнәлеп-төйнәлеп ҡан йыйыла икән. Ғәҙәттә, үпкәгә һалҡын тейһә, ҡаҡырыҡ сыҡһа барыһы үтә бит, ә бында тик ҡан ғына. Ауырығанымдың туғыҙынсы төнөнә ҡатыныма: “Ашығыс ярҙам” саҡырт, башҡаса түҙерлек хәлем ҡалманы”,-тинем.

Килгән фельдшер мине ентекләп ҡараны ла, дауаханаға алып китте. Шунда уҡ компьютер томографияһы эшләнеләр. “Үпкәләрегеҙ зарарлана башлаған”,-тип кенә ҡуйҙылар. Хәҙер аңлауымса, табиптар ысынбарлыҡты асып һалып, мине ҡурҡытырға теләмәгән. Нимә тип кенә табиптарҙы әрләмәһәк тә, беҙҙә медицина ысынлап та эшләй. Ни өсөн беҙҙең табиптар шундай ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙен йәлләмәй ауырыуҙар өсөн көрәшә ала? Сөнки беҙҙә социаль медицина һаҡланған. Ошо уҡ коронавирус ваҡытында Америкала нимә барғанан күргәнһегеҙҙер. Уларҙа сирлеләр арта, кешеләр үлә. Сөнки Америкала күптән социаль медицина юҡ, барыһы ла түләүле. Беҙҙә шул тиклем һәйбәт тип әйтмәйем, әммә аҡ халатлылар халыҡ өсөн эшләй. Баймаҡ дауаханаһында ятыуы күңелемә рәхәтлек бирҙе, сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙҙе беләбеҙ, туған булып бөткәнбеҙ, тиергә була.

Килгәс тә миңә бик көслө дарыуҙарҙы ҡан тамырҙарына ебәрә башланылар. Ике-өс көндән һуң әкренләп температура төшә башланы. Әммә хәл инмәй йонсотто. Өс көн үткәс бергә балыҡта булған туғандарымды ла дауаханаға килтерә башланылар. Улар ҙа өйөндә ятып, үҙ-үҙен дауалап маташҡан да, хәл инмәгәс “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан. Барыбыҙ ҙа ауырыныҡ. 20 йәштәге ҡусты-һеңлеләр ҙә. Йәш организм бирешмәй тигән булалар ҡайһы берәүҙәр. Буш һүҙ. Атайым менән әсәйемде, ҡайны-ҡәйнәмде Сибай госпиталенә алып киттеләр. Сөнки улар 80 йәште үткән. Өҫтәүенә хроник ауырыуҙары ла күп булғас, ныҡ бирештеләр. Шуға ҡарамаҫтан атайым: “Бер ҡайҙа ла бармайым, мин ауырымайым!”-тип ныҡышып алды. Улар сыныҡҡан, ныҡ быуын бит инде. Шулай ҙа уларға дауаханала әле лә дауаланырға тура килә. Шунһыҙ булмай. Коронавирус өлкән кешеләрҙең бар сирҙәрен ҡуҙғытып, хәлдәрен алды ла ҡуйҙы.

Ҡатыным һәм ҡыҙым коронавирусты еңел формала үткәрҙе. Был уларҙың хроник сирҙәре, операция яһатҡаны булмағанынан килгәндер. Хәҙер барыһын да уйлайым да, балыҡҡа барғанға тиклем коронавирус инфекцияһы минең организмда алдан булғандыр тип уйлайым. Кем менән генә аралашылманы би! Магазиндарға ла йөрөйбөҙ, һаҡланыу сараларын һанға һуҡманым. Балыҡта ныҡ итеп өшөгәс, коронавирус көсәйеп, мине аяҡтан йыҡҡандыр.

Үлеп терелгәндәй булдым. Хәҙер коронавирус тураһында шаяртыуҙарҙы, уның уйҙырма икәнлеген һөйләй башлаһалар, тын ала алмай, үлер сиккә етеүем иҫкә төшә. Бер нисә юбилей, башҡа тантананан баш тарттым. Яҡын кешеләрем, дуҫтарым булһа ла. “Бүләгемде ебәреү юлын табырмын, әммә үҙем килмәйем. Аңларһың тип ышанам”,-тинем. Аңланылар. Сөнки яҡындарым беҙҙең ике яҡ туғандарҙың да коронавирус менән ауырып, дауаханала ятҡанды, ә өлкән ата-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәмдең әле лә госпиталдә икәнлеген яҡшы белә.

Ауырығанға тиклем битлек кейеп йөрөгән кешеләр көлкө булып тойола ине. Хәҙер үҙем һаҡланыу сараларын тулыһынса күҙәтәм. Ҡулдарҙы һабынлап йыуып, ниндәйҙер ойошма-предприятие, магазинға барһаң, шунда ҡуйылған махсус антисептикты ҡулланыуы бер ауырлыҡ тыуҙырмай бит. Юҡ, аңламайбыҙ. Ни өсөндөр коронавирустың шул тиклем ҡурҡыныс ауырыу икәнлеген аңлау өсөн, уны үҙ башыбыҙҙан кисерергә кәрәк.

Дауаханала ятҡанда был сиргә бигерәк тә йөрәк ауырыуы булғандар тиҙ бирешеүенә иғтибар иттем. Инсульт, инфаркт бирә лә ҡуя. Шулай уҡ температураһы булып та, бер-ике ай буйы үҙ-үҙен дауалап, дауаханаға мөрәжәғәт итмәүселәрҙең күп булыуы аптыратты. Был айырыуса ауыл халҡына хас. Улар тәүҙә сәсеү, унан бесән, мал тип үҙ-үҙен әрәм итә. Шулай уҡ тағы бер күренеш тураһында ишетеп, тағы ла аптырандым. Ул ауылдарҙа кешеләр үҙҙәренең коронавирус менән ауырығанын әйтергә ояла икән. Бар планета сирләгән саҡта, беҙ ситтә тороп ҡала алмайбыҙ бит! Коронавирустан оялырға түгел, уны йәһәт кенә дауаларға кәрәк. Бөгөн минең ғаиләм, иртәгә һеҙҙең яҡындарығыҙ ауырымаҫ тип бер кем гарантия бирә алмай. Әгәр үҙ-үҙегеҙҙе һаҡламаһағыҙ, ҡырылып бөтәсәкбеҙ бит.

Миҙгелле грипп ауырыуынан коронавирус бик айырыла. Ғәҙәттәге киҙеүҙән маңҡалап, сөскөрөп, тән температураһы ныҡ күтәрелеп йығылабыҙ. Унан дарыу эсеп, 3-7 көндән тороп та китәбеҙ. Ә коронавирус ваҡытында температура ла ныҡ күтәрелмәй, маңҡа, сөскөрөү ҙә юҡ, әммә хәл бөткәндән-бөтә бара, рәхәтләнеп тын алыу өсөн йәнеңде бирерҙәй булаһың.

Мин коронавирусты үҙемдә һәм яҡындарымда кисергәндән һуң был ауырыуҙы дошманыма ла теләмәҫ инем. Шуға күрә кәмендә тағы ярты йыл аралашыу-күрешеүҙәрҙән баш тартам. Коронавирус менән ауырыған, ауыр хәлдәге, йәшәү менән үлем араһындағы кешеләрҙе күрһәгеҙ, һеҙ ҙә шундай фекергә килер инегеҙ...”

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: