Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2021, 19:00

Ковид аҡылынан шаштырғанмы?

Коронавирус менән ауырыған ир тәҙрәнән ташланған...

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡта бер ир юғары ҡаттан һикергән. Был хәл төнгө өстә була. Фажиғә урынына килеп еткән тикшереү-оператив төркөмө ирҙең эскән булыуы һәм коронавирус менән ауырыуын билдәләгән. Ауырыу уның 60 проценттан ашыу үпкәһен зарарлаған.

Әлеге ваҡытта ул ауыр хәлдә реанимацияла. Был юлға уны хәмер йоғонтоһонда булыуы әллә ковид йоҡтороуы этәргәнме – әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа ковидтың кешенең психикаһына ла ныҡ йоғонто яһауы тураһында һөйләгәндәренә ышанып ҡуяһың.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: