Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2021, 18:45

Баймаҡтар ҡәбер өҫтөнән ... йөрөймө?

Бала сағында ул ҡапыл ҡаты ауырып киткән. Әсәһе, урыҫ, икенсе диндән булһа ла, уны Мөжәүир хәҙрәткә алып киткән...

Беҙҙең Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән, 80 йәште үткән бабайҙың һөйләгәндәрен тыңлап, хайран ҡалдым. Был урыҫ бабайы ғүмер ошонда йәшәгән. Элек иҫке 1-се мәктәп ҡаршыһында рус балалары өсөн 3-сө мәктәп булды. Балалар хәҙерге Таналыҡ урамы буйлап тура уҡырға йөрөгән. Тамыры менән Баймаҡ кешеләре булғандар элек Таналыҡ урамында зыярат булғанын яҡшы белә. Иҫке 1-се мәктәп яғында йәшәгәндәр, хәҙерге биш ҡатлы йорттар ултырған тауға кешеләр еләк йыйырға йөрөгән, ә инде Таналыҡ урамында зыярат булған. Ҡала ҙурая башлағас, зыяратты һөрөп-емереп артабан төҙөлөш киткән.

Был бабай һөйләүенсә ул ҡапыл ауырып киткән. Аяҡтары бик ныҡ һыҙлаған, атламай башлаған. Әсәһе уны Мөжәүир хәҙрәткә алып киткән. Әсә кеше әҙерәк башҡортса һупалай белгән инде. Хәҙрәткә улар ниҙер әйтеп тә өлгөрмәгән, дин әһеле үҙе: “Һин бит ҡәберлек өҫтөнән йөрөйһөң, ә унан йөрөргә ярамай”,-тигән. Мөжәүир хәҙрәт быларға тоҙ өшкөртөп биргән. Ғаилә хәҙрәт өшкөртөп биргән тоҙҙо бик оҙаҡ йылдар ҡуллана. Ысынлап та аяҡ һыҙлауы баҫыла. Әммә бына хәҙер инде 80 йәште үткән бабай башҡа бер ҡасан да Таналыҡ урамы аша йөрөмәй. “Ни тиклем ҡабаланһам дә һәр саҡ урап үттем”,-ти ул.

Ошо уҡ урамда бер йәш ғаилә ер бүлеме һатып ала ла, йорт төҙә башлай. Баҙ ҡаҙғанда, бала кешенең һөйәктәре килеп сыға. Ир һөйәктәрҙе ҡыйлыҡҡа алып барып күмеп китә. Ошонан һуң төн һайын уның янына бала шәүләһе килә башлай. Мин дә уның менән һөйләшкәндә: “Хаталыҡ ҡылғанһың, мулла саҡыртып, уҡытып ерләр кәрәк ине”,-тинем. Күпмелер ваҡыт үткәс был ир ҡапыл мәрхүм булды, унан һуң балаһы үлде. Ғәзиз балаһын ерләгән ҡатын да ситкә ҡайҙалыр күсеп китте.

Ишетеүемсә, ошо урам яғында һыу торбаларын үткәргәндә, мебель фабрикаһын төҙгәндә лә ер аҫтынан һөйәктәр күп сыҡҡан. Тик аллаһыҙлыҡ заманы бит инде – һөйәктәр ҡайҙалыр алып барып ауҙарыла. Баймаҡтар ошо Таналыҡ урамына әрүәхтарға арнап ниндәйҙер таҡтаташ ҡуйҙырып, аят уҡытыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатҡаны булды. Ысынлап та, ҡәбере ҡуҙғатылған әрүахтарҙың йәне тынғылыҡ тапмайҙыр. Дөрөҫөн әйткәндә, мин дә ул урамдан йөрөмәҫкә тырышам.

С.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: