Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2021, 18:05

7 ноябрҙән - дистантмы?!

Мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулдан һуң өйҙән уҡыясаҡтарына ризаһыҙлыҡ белдергән ата-әсәләр күберәк...

Рәсәйҙә коронавирус ауырыуының таралыуы буйынса хәл киҫкенләшә бара. Көн һайын 38 меңгә яҡын кеше был сиргә дусар була, тәүлегенә меңдән ашыу кеше мрхүм була. Башҡортостан Республикаһы ковид ныҡ таралған хәүефле төркөмгә инде. Республикала һуңғы тәүлектә ошо ауырыуҙы 670 кеше йоҡторған, шуларҙың 36-һы мәрхүм булған. Шул уҡ ваҡытта балалар араһында киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләгәндәр ҡырҡа артҡан.

Шуға күрә 30 октябрҙән каникулға киткән мәктәп уҡыусылары артабан дистанцион рәүештә уҡыясаҡ тигән имеш-мимеш таралды. Шуныһы ҡыҙыҡлы, балаларының дистантта уҡыуына ата-әсәләрҙең күпселеге ҡырҡа ҡаршы сыға.

Ата-әсәләрҙең шиген таратып шуны әйтә алабыҙ: Рәсәй мәғариф министрлығы 7 ноябрҙән мәктәп уҡыусыларының дистанцион уҡыуға күсеүе көтөлмәй, тип белдерҙе.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: