Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Октября 2021, 05:35

Эшләмәйем, тей...

Баламдың атаһы официаль рәүештә эшһеҙ тип иҫәпләнә, тик мин уның төҙөлөш эштәрендә йөрөп, бик яҡшы аҡса эшләгәнен беләм. Унан нисек тейешле күләмдә алимент түләттерергә?

Ирем менән бер йыл элек айырылыштыҡ. Шунда уҡ алиментҡа бирҙем. Тик ул айына 300 һум, күңеле килгәндә, 500 һум ғына күсерә. Был аҡса, әлбиттә, етмәй. Баламдың атаһы официаль рәүештә эшһеҙ тип иҫәпләнә, тик мин уның төҙөлөш эштәрендә йөрөп, бик яҡшы аҡса эшләгәнен беләм. Унан нисек тейешле күләмдә алимент түләттерергә?

Ә.Йәнбирҙина.

- РФ Ғаилә кодексы буйынса алимент йә процентлата, йә килешелгән сумма итеп түләнергә тейеш. Ошо уҡ кодекстың 83 - сө статьяһына ярашлы, әгәр алимент түләүсенең эш хаҡы йәки башҡа килеме булмаһа, суд уның ай һайын нисә һум алимент түләргә тейешлеген билдәләй ала. Алимент түләүсенең эш урыны булмаһа һәм ул мәшғүллек үҙәгендә теркәлмәгән булһа, алимент күләме уның һуңғы эш урынындағы эш хаҡына ҡарап билдәләнә. Әгәр был да булмаһа, алимент һеҙ йәшәгән төбәктең (был осраҡта Башҡортостан Республикаһында) уртаса эш хаҡына ҡарап тәғәйенләнә. Шулай уҡ ир һәм ҡатын алименттың күләмен үҙ – ара килешеп билдәләй ала. Был осраҡта алимент түләү килешеүе төҙөлә һәм нотариуста раҫлана. Тимәк, кеше эшләү – эшләмәүенә ҡарамаҫтан, балаға алимент мотлаҡ түләнергә тейеш. Эш хаҡы, башҡа килем тураһындағы мәғлүмәтте йәшергән өсөн административ, енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Һеҙгә алименттың күләмен билдәләү өсөн мировой судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас