Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Октября 2021, 10:45

“Ҡыҙыбыҙ йылмайып ҡайтып инер төҫлө...”

Ҡот осҡос, мәңге арынмаҫ ҡайғы һалған енәйәтсе ултыра. Әммә өс һылыуыбыҙҙы һәләк иткән ҡәбәхәт барыһын да һөйләп бирҙеме икән?..

Кеше ҡайғыһынан шоу яһаған, ҡайғылы кисереүселәрҙе ғәйбәткә батырырға маташыусыларҙы нисек аңларға?

Гай ҡалаһында һәләк булған 17, 19 20 йәшлек медицина колледжы студент ҡыҙҙарының һәләкәтле яҙмышы хаҡында әле лә имеш-мимеш таратыуҙы дауам итәләр. Ҡайғы кисергән ата-әсәләрҙе, уларҙың туғандарының йөрәге хаҡында уйламайҙармы икән? Бар бысраҡ ғәйбәт фажиғәле һәләк булған йәндәрҙе лә, уларҙың туғандарын да рәнйетә бит. Унан, кем үҙе йәки үҙенең яҡындары менән ошондай һәләкәт булмаясаҡ тип тулы гарантия бирә ала? Юҡ бит! Кешеләрҙең зиһене буталып, береһенән-береһе ҡурҡыныс енәйәттәр ҡылынған заманда йәшәйбеҙ бит. Шуға күрә, киреһенсә, бер-беребеҙгә таяныс булып, тормош ауырлығын бергә күтәреп өйрәнергә кәрәк. Шул саҡта йәмғиәттең һушын алған ҡот осмалы хәбәрҙәрҙе лә әҙерәк ишетер инек.

Һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре, туғандары әле лә тәрән ҡайғыһынан сыға алмай. Сыға алырлыҡмы һуң? Ул бит мәңгелек яра. “Ҡыҙыбыҙ хәҙер йылмайып-көлөп ҡайтып инер төҫлө”,-тип көрһөнә атай кеше.

Ҡыҙҙар бер ниндәй ҙә мәжлес йыйып ултырмаған! Уларҙың уҡыуға килмәүе лә колледж уҡытыусыларын да, һабаҡташтарын да шунда уҡ аптыратҡан. Сөнки тик уҡыу, белемгә ынтылған ҡыҙҙар дәрестәр ҡалдырмаған. Уларға ҡарата ҡылынған ҡот осмалы енәйәтте яҙа алмайым – йөрәгем өҙөлөп китерҙәй була. Әлеге ваҡытта был ҡурҡыныс енәйәттә ғәйепләнгән, төрмәлә ултырып сыҡҡан йәш ир тотолған. Тик уның күрһәтмәләре төрлөсә: берсә ул комаға китә, берсә “мин ҡайһы саҡта үҙемдең нимә ҡыланғанымды белмәйем, шуға күрә бер нәмә лә иҫләмәйем” тей, берсә енәйәт ҡылыуын таный. Әйткәндәй, машинаны ҡыуып алып китеп ҡасып барғанда тотола ул. Уны тотҡан хоҡуҡ һаҡсылары ирҙең буш ҡарашлы, ниндәйҙер сәйер ҡыланышлы булыуын билдәләй. Шулай уҡ был ирҙең төрлө күрһәтмәләр биреүе, алдашыуы, уйҙырмалар сығарырға "оҫта" булыуы, тәүге тапҡыр төрмәгә ултырғанда уҡ асыҡланған. Ул саҡта ул бер ирҙе үлтерә. 

Әлбиттә, был эштә күп нәмә асылып бөтмәгән кеүек тойола. Был ир бер үҙе эш итеүенә ышанып бөтөп булмай. Унан ни өсөн күршеләр бер нәмә ишетмәгән? Шулай уҡ беренсе ҡатта йәшәгән ҡыҙҙарҙың фатирының тәҙрә рәшәткәһен тотоп торған шөрөптәр бороп алыныуы билдәләнгән. Фажиғәгә бер аҙна-ун көн элек ҡыҙҙар әхирәттәренә Гайҙа ниндәйҙер педофилмы, тюремщикмы барлыҡҡа килеүе, шуға күрә ҡурҡыуҙарын да яҙған. Ҡыҙҙҙарҙың береһе был ирҙең уларҙың артынан күҙәтеп йөрөүен дә әйткән. Ҡурҡыныс төнгә бер нисә көн ҡалғанда ҡыҙҙар төнөн кухянан сәйер тауыштар сығыуын, шуға күрә параллель донъяға, өй эйәһе һ.б. ышана башлауын да белдергән. Ҡыҙҙарҙың береһе фажиғәле төндө әхирәтенә кухнянан тағы ла сәйер тауыш сығыуын, барып ҡараһалар кухняла тәҙрә асыҡ булыуын, улар тәҙрәне ябып, кире йоҡо бүлмәһенә инеп китеүен яҙған. Был енәйәтсенең ҡот осмалы енәйәткә алдан әҙерләнеүен, кухнянан үтеп инеү өсөн урын әҙерләгәнен күрһәтә бит.

Ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре судтың енәйәтсене ғүмеренең аҙағына тиклем төрмәгә ултыртыуҙарын һорай. “Үлем язаһы юҡ бит үкенескә күрә”,-ти улар көрһөнөп. Ысынлап та бындай ҡәбәхәткә тик үлем хөкөмө сығарылырға тейештер.

Ҡыҙҙар тыныс йоҡлаһын, уларҙың йәндәре ожмахта урын алып, тыныслыҡ тапһын. Ә был донъяла ҡалғандарға уйланырға урын бар.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас