Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь , 07:15

Мәңге балҡы, Башҡортостан!

Моңдарымдың моңо һиңә, Башҡортостан - төйәгем һин. Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, Берҙән-берем, йөрәгем һин...

Мәңге балҡы, Башҡортостан!

Моңдарымдың моңо һиңә,

Башҡортостан - төйәгем һин.

Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,

Берҙән-берем, йөрәгем һин.

Һулап туймаҫ – һауаларың,

Йомарт ерең - иҫ китмәле!

Байлығыңды һанар өсөн

Белеп торам һүҙ етмәҫен.

Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,

Иҫкән елгә тулҡын һирпә.

Башын эйгән башаҡтарҙа

Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.

Хазинаға, Башҡортостан,

Һәр тарафың һинең тулы.

Ҡабынғанһың уралымдың

Күкрәгендә йондоҙ булып.

Уйымда һин, ҡанымда һин,

Башҡортостан - ғәзиз әсәм.

Киң ватандан ҡеүәт алып,

Мәңге балҡы, мәңге йәшә!

Башҡортостан - ғәзиз әсәм.

Р.Йәнбәк.

 

Автор:Гузель Салихова