Новости
8 Октября 2021, 04:45

"Һәр кем үҙен һаҡларға тейеш!.."

Баймаҡ магазиндары буйлап рейдҡа сығыусылар шулай тип белдерҙе.

Табиптар билдәләүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинация темптары кәмене. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 октябргә республика халҡының 80% прививка эшләтергә тейеш ине, ысынында иһә 50% саҡ ҡына ашыуыраҡ ҡына булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Кешеләр ныҡ ауырый, айырыуса прививка яһатмағандар. Беҙ уларға ярҙам итергә тырышырбыҙ. Ләкин күптәрҙе юғалтабыҙ. Реанимацияла һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар араһында вакцина эшләткән бер кеше лә юҡлығын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Вакцинация планы — ябай һандар ғына түгел, был — аныҡ математик иҫәп. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп кенә беҙ коллектив иммунитет булдырырбыҙ һәм ғәҙәти тормошҡа кире ҡайта алырбыҙ”,-тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе коронавирус менән ауырыу буйынса хәлде “сағыштырмаса тотороҡло” тип атаны. Уның фекеренсә, шулай ҙа халыҡтың хәүефһеҙлеге буйынса яңы саралар һәм яңы сикләүҙәр индереү мөһим. Һөҙөмтәлә ковидҡа ҡаршы штабтың кәңәшмәһе ваҡытында махсус ҡарарҙар ҡабул ителде. Хәҙер инде ҡайһы бер ойошмаларға ике документтың береһе: вакцинация тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә менән генә инергә мөмкин.

Башҡортостанда яңы сикләүҙәр өс этапта индерелә:

4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр ҡуйылды.

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыласаҡ.

Сикләүҙәрҙе күҙәтеү, уларға әҙерлек буйынса районыбыҙҙа ла эш алып барыла. Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев сауҙа нөктәләре буйынса рейдҡа сыҡты. Ҡаланың халыҡ күпләп йыйылған магазиндары тикшерелде. “Шуныһы ҡыуаныслы, бар сауҙа нөктәләрендә лә һатыусылар битлектә хеҙмәтләндерә. Ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн антисептиктар ҡуйылған. Тик һатып алыусылар араһында битлекһеҙ йөрөгәндәр бар ине. Уларға иҫкәртеү яһағандан һуң, битлектәрен кейҙеләр. Шуға күрә халыҡҡа мөрәжәғәт итеп шуны әйткем килә – битлектәрҙе иҫкәртеүһеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлау өсөн кейергә өйрәнегеҙ. Вакцина яһатҡан кешеләр ҙә битлек режимын күҙәтергә тейеш”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Әйткәндәй, уҙған аҙнала район етәксеһе ревакцинация процедураһын үткәрҙе. Ревакцинация – коронавирустан вакцина яһатҡандан һуң ярты йыл үткәс эшләнә. Был организмда ковидҡа ҡаршы анти есемдәрҙе күбәйтеү маҡсатында башҡарыла.

Шулай уҡ үткән аҙнаның аҙағында “Арҡайым”, “Гранд”, “Техномаркет” сауҙа нөктәләре һәм “Фламинго”, “Примавера” матурлыҡ салондарына ла рейд ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығының урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Абдуллин, сауҙа бүлеге секторы мөдире Лилиә Кәримова, Роспотребнадзорҙың Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары буйынса белгес-эксперты Рифат Хәсәнов, участка уполномоченныйы Нурзилә Ишҡыуатова ҡатнашты. Рейд барышында битлек режимын күҙәтеү, антисептиктар ҡулланыу, термометрия үткәреү һ.б. тикшерелде. Рейдты ойоштороусылар сауҙа үҙәге, матурлыҡ салондары етәкселәрен Башҡортостан Башлығының яңы сикләүҙәре тураһындағы Указы менән таныштырҙы.

Беҙҙең маҡсат кемгәлер штраф һалыу түгел. Сауҙа эшен алып барыусылар ҙа, халыҡ та был сикләүҙәрҙең коронавирустан һаҡланыу, был мәкерле ауырыуҙың ныҡлап таралыуын туҡтатыу өсөн индерелгәнен аңлаһа ине. Күрәһегеҙ, ковид артып тик бара. Шуға күрә һәр кем иң тәүҙә үҙен – үҙе һаҡлап өйрәнергә тейеш. Шуға күрә бындай рейдтар даими рәүештә үткәрелеп барасаҡ”,-тине рейдты ойоштороусылар.

Эйе, бөгөн беҙ сираттағы сикләүҙәр башланған көнгә баҫтыҡ. Уларың ковидты туҡтатыу, был үлемесле ауырыу менән мөмкин тиклем әҙерәк кеше зарарланһын өсөн индерелеүен аңлаһаҡ ине. Ә тажлы үләт, үкенескә ҡаршы, туҡтарға уйламай – тик көсәйә генә бара...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас