Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Октября 2021, 05:45

Баймаҡ балалары дистанцион уҡыуға күсерме?

Ковид менән ауырыған уҡытыусылар һаны ла арта...

Район башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районы мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Нурғәлин мәктәптәрҙә балаларҙың киҙеү ауырыуҙары менән әҙерәк ауырый башлағанын белдерҙе. Ковид диагнозы ҡуйылған балалар дауаланыуға ебәрелгән. 17 уҡытыусыла коронавирус ауырыуы табылған (үткән аҙнала 12 булған). Шулай уҡ балалар баҡсаһында эшләгән 3 тәрбиәсе ковид менән ауырый.

Балаларҙың, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең ауырыу һанын контролдә тотабыҙ. Һаҡланыу саралары ла көсәйтелде. Айырыуса күп ауырыған кластағы балалар карантинға ебәрелә. Әлеге ваҡытта БЛИ, Иҫке Сибай, Темәс мәктәптәренең бер нисә класс уҡыусылары карантинға ебәрелде”,-тине мәғариф етәксеһе.

Республика мәғариф министры Айбулат Хажин бар балаларҙы дистанцион уҡытыуға күсереү көтөлмәүен белдерҙе.

Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак 1 октябргә ҡараған мәғлүмәттәр буйынса 240 мәктәптең карантинға ебәрелеүен әйтте.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас