Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2021, 09:54

Баймаҡтар ҙур йыйынға әҙер

Баймаҡтар ҡунаҡтарҙы нимә менән йәлеп итәсәк һуң? Әлбиттә беҙгә генә хас аш-һыу, ризыҡ, халыҡ кәсептәре менән. Баймаҡтар күп төрлө һөт продукцияһын да әҙерләй...

Урал аръяғы – 2021” инвестиция һабантуйына һанаулы көндәр ҡалды. Әлбиттә, пандемия шарттарында уны тулы кимәлдә үткәреп булмай. Шулай ҙа Бөтә Рәсәй киңлегендә үткәрелгән сарала бик күп иҡтисади ҡарарҙар, асыштар эшләнәсәк.

Баймаҡтар ҡунаҡтарҙы нимә менән йәлеп итәсәк һуң? Әлбиттә беҙгә генә хас аш-һыу, ризыҡ, халыҡ кәсептәре менән. Баймаҡтар күп төрлө һөт продукцияһын әҙерләй. Урғаҙанан Рәил Назаров, Темәстән Фирҙәүес Алтынбаева, Мерәҫтән Ғиззәт Ямантаев, Сыңғыҙҙан Зилиә Уразбаева, Ниғәмәттән, күп йылдар ошонда төрлө һөт ризыҡтары етештереүҙе ойошторған Гөлдәр Ишҡыуатова сараға ныҡлы әҙерлек алып бара. Ә инде тәмлекәстәре менән тирә-яҡҡа дан алған Рәсимә Түләкова сәк-сәк, бауырһаҡ, төрлө бәлештәр, торттары менән хайран ҡалдырмаҡсы. Ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы баймаҡтарҙан тағы әллә күпме яңылыҡтар көтә әле. Быныһы инде форумға тиклем сер булып ҡалһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: