Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2021, 14:49

17 сентябрҙә балалар уҡымаясаҡ

Был һайлауға бәйле...

17 сентябрҙә балалар уҡымаясаҡ
17 сентябрҙә балалар уҡымаясаҡ

 

6 сентябрҙә Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Александр Сидякин 17 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн дәрестәр үткәрелмәйәсәк, тине. Был һайлауға бәйле. 

"Йома көндө беҙҙә тәрбиәүи саралар үткәреләсәк", - тип раҫланы республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аныҡлыҡ индереп, Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауға тауыш биреү өс көн дауамында - 17, 18 һәм 19 сентябрҙә барасаҡ, тине. Йома, 17 сентябрҙә, мәктәптәрҙә участка комиссиялары үҙ эшен башлай.

"Шуға күрә унда уҡыусылар булырға тейеш түгел", - тип йомғаҡ яһаны ул.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: