Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Августа 2021, 04:30

Атанан күргән - уҡ юнған

“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Йәнйегет ауылынан Алмас Ҡоланбаев та атаһы, барлыҡ хеҙмәт юлын “Сибай” совхозын үҫтереүгә арнаған Фаил Исрафил улының юлын уңышлы дауам итә - бына байтаҡ йылдар инде фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә. Сибайҙағы күп профилле колледжды тамамлаған егет башҡа тиңдәштәре кеүек ҡалала ҡалырға тырышмай, ә тыуған төйәгендә төпләнергә ныҡлы ҡарар итә. Сөнки бәләкәйҙән атаһы менән бергә ауыл хужалығының бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен күреп үҫкән малай әкренләп тармаҡ үҙенсәлектәрен төшөнә, үҫмер сағынан атаһының уң ҡулына әүерелә. Шуның өсөн дә Алмастың тормошон ауыл хужалығы менән бәйләүе бер ҙә осраҡлы түгел. Башҡорт дәүләт аграр университетында йәш фермер мәктәбен үтеү ҙә уға яң эш башлауҙа этәргес көс бирә.

Атанан күргән  - уҡ юнғанАтанан күргән  - уҡ юнған
Атанан күргән - уҡ юнған

 

Алмас Ҡоланбаев 2014 йылдан алып атаһы ойошторған крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Ошо йылдар эсендә ул ярайһы тәжрибә туплай, фермерлыҡ нескәлектәрен үҙләштерә, производство менән етәкселек итергә өйрәнә. Һәм бынан ике йыл элек үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын аса. Бөгөн инде аталы-уллы бергәләп предприятиены үҫтереү өсөн бар көстәрен һала, Татлыбай ауыл биләмәһенең тормошонда ҙур роль уйнай.

Әле Ҡоланбаевтарҙың фермер хужалығы малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, иген культураларын урып-йыйыу эштәре менән әүҙем шөғөлләнә. Мал да аҙ түгел – 250 баш. Уны имен ҡыш сығарыу өсөн, билдәле, ныҡлы аҙыҡ базаһы талап ителә. Хәйер, был тәңгәлдә шикләнмәҫкә лә мөмкин – аҙыҡ етерлек. Әле 2 эҫкерт бесән әҙерләнгән, тағы ла берәүҙе ҡояһы бар. Былтырҙан ҡалған 2 эҫкертте лә һәм фуражды ла өҫтәһәк, ҡышлау миҙгеле фермерҙар өсөн проблема тыуҙырмаясаҡ.

Предприятиеның сәсеү майҙандары 780 гектар булып, шуның 350 гектарында бойҙай, 250 гектарында арпа, 100 гектарында һоло үҫтерелә, 80 гектарын иһә кәрешкә менән һоло ҡатнашмаһы тәшкил итә. Әле бында һоло һәм бойҙайҙы йыйып алыу тамамланған, төп көс арпаға йүнәлтелгән. Кәрешкә менән һоло ҡатнашмаһынан бесән әҙерләнгән. Иген культураларын урып-һуғыуҙа комбайнсы Ишмулла Сыңғыҙов, Айҙар Мәхмүтов һәм Миңлеғәле Ғәлин, ташыуҙа ГАЗ-53 автомашинаһында Илнар Ҡоланбаев һәм МТЗ-80 тракторында Самат Әхмәтов, һалам тейәүҙә Вадим Кираманов, ташыуҙа К-700 тракторында Фирғәт Садыҡов һынатмай. Улар үҫтерелгән ашлыҡты, шулай уҡ һаламды түкмәй-сәсмәй йыйып алыу һәм хужалыҡ базаларына оҙатыу өсөн бар көсөн һала.

Алмас Фаил улы кеүек уңған егеттәр ауылдарыбыҙҙың киләсәге, ауыл хужалығы тармағының ныҡлы тотҡаһы ул.

Азамат Мөхәмәтшин.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас