Новости
12 Августа 2021, 06:13

ЯҢЫ ТҮЛӘҮҘӘР ТУРАҺЫНДА

Ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн 3-18-70 телефонына шылтыратығыҙ. Был телефон буйынса ике хеҙмәткәр кешеләрҙе яҙып ала. Әгәр улар икеһе лә был ваҡытта ҡабул итеүгә яҙҙырыу менән мәшғүл булһа, ә был 5-10 минутты ала, телефонды бер кем дә алмаясаҡ. Шуға күрә әҙерәк көтөгөҙ һәм һуңғараҡ шылтыратығыҙ. Ҡабул итеүгә яҙылыу иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем (13.00-13.45 – төшкө тәнәфес)...

Башҡортостан Республикаһы Пенсия фонды Рәсәй Пенсия фонды идаралығының ҡарарына ярашлы үҙгәртелде йәғни республикалағы 69 идаралыҡ БР буйынса Пенсия фонды бүлегенә берләште. Башҡа район-ҡалаларҙағы кеүек хәҙер беҙҙә лә клиент хеҙмәте эшләй. Кадрҙар йүнәлешендә күп үҙгәрештәр кисерһәк тә, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса тотҡарлыҡ булғаны юҡ. Коронавирус пандемияһы башланғандан алып, күп учреждениеларҙағы кеүек, пенсия фонды ла кешеләрҙе тик алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә. Был ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа, ғәфү үтенәбеҙ, әммә һаҡланыу саралары мөһим.

Ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн 3-18-70 телефонына шылтыратығыҙ. Был телефон буйынса ике хеҙмәткәр кешеләрҙе яҙып ала. Әгәр улар икеһе лә был ваҡытта ҡабул итеүгә яҙҙырыу менән мәшғүл булһа, ә был 5-10 минутты ала, телефонды бер кем дә алмаясаҡ. Шуға күрә әҙерәк көтөгөҙ һәм һуңғараҡ шылтыратығыҙ. Ҡабул итеүгә яҙылыу иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем (13.00-13.45 – төшкө тәнәфес). Шулай уҡ интернет аша ла яҙылып була. Клиент хеҙмәтенең ҡабул итеү көндәре: дүшәмбе, шишәмбе һәм кесе йома (иртәнге туғыҙҙан киске һигеҙгә тиклем). Шаршамбы һәм йома ҡабул итмәйбеҙ, сөнки был көндәрҙә пенсионерҙарҙы ерләү өсөн пособие мәсьәләләре ҡарала.

1 июлдән ауырлы ҡатындарға һәм 8 йәштән 17 йәшкә тиклем балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә яңы айлыҡ пособиеларға ғаризалар ҡабул итә башланыҡ. Ғаризаны “Госуслуги” аша йәки пенсия фондында бирергә мөмкин. Шулай ҙа ғаризаны “Госуслуги” аша теркәргә кәңәш итер инем. Сөнки был портал аша биргәндә, һеҙ бер ниндәй документ, белешмәләр йыйып йөрөмәйһегеҙ, кәрәкле мәғлүмәтте “Госуслуги” тейешле урындарҙан автомат рәүешендә үҙе һоратып ала. Пенсия фонды аша ғариза бирһәгеҙ, был документтарҙы үҙегеҙгә тупларға тура киләсәк.

Яңы пособиеға кем дәғүә итә ала? 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларын яңғыҙ үҫтергә әсәгә йәки атаға, шулай уҡ учетҡа иртә торған ауырлы ҡатындарға. Түләүҙәрҙең күләме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумына ҡарап билдәләнә. Башҡортостанда балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсегә һәр балаға 5038,50 һум түләнәсәк. Ауырлы ҡатынға – 5320,50 һум.

Пособие тәғәйенләнгәндә ғаиләнең килеме иҫәпкә алына. Ул йәшәү минимумынан артмаған осраҡта ғына ғаилә түләүҙәр аласаҡ. Шуға күрә пособие тәғәйенләнгән ғаиләнең килеме, мөлкәте, транспорт саралары ла иҫәпкә алына.

1 июлдән бар түләүҙәр, шул иҫәптән пенсия һәм яңы пособиелар МИР картаһына күсерелә.

Кәрим Баязитов, пенсия фонды начальнигы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас