Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Августа 2021, 05:00

КҮКРӘК ҺӨТӨНӘ НИ ЕТӘ?

Ни өсөн мин донор күкрәк һөтөнә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм? Сөнки балаһын имеҙеү өсөн йәнен бирергә әҙер булған, әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле быны эшләй алмаған ҡатындар ҙа күп. Ә һау-сәләмәт ҡатын бынан үҙ теләге менән баш тарта. Яһалма һөттәрҙең бер үк тәмдә булғанын беләһегеҙме? Тимәк, сабый тыуғанынан алып төрлө тәмдәрҙе айырыу һәләтенән мәхрүм. Һуңғы осорҙа ҡоторған коронавирустан һаҡланыу юлы ла ул – күкрәк һөтө. Сөнки әсә һөтө менән үҫкән сабыйҙарҙың иммунитеты көслө була, ул төрлө вирустарға шул иҫәптән тажлы үләткә бирешмәй...

Бөтә донъя буйынса әсә һөтөнә арналған аҙналыҡ иғлан ителде

Бәпесем йыш илай, бөтөнләй йоҡларға бирмәй, үҙем дә, иптәшем дә арыны...”

Бер нисә айлыҡ сабыйының һаулығын зарланған әсәгә ҡарайым. Уның һүҙҙәрен дәлилләгәндәй бала уянып, ярһып илай башланы. Йәш ҡатын тиҙ генә сумкаһынан һөтлө шешә сығарып сабыйҙың ауыҙына ҡаптырҙы. “Төнө буйы илап йоҡлап киткәс, имеҙеп өлгөрмәгәйнем”,-тине ул. “Ә һеҙ сабыйығыҙҙы үҙегеҙ имеҙмәйгеҙме ни? Күкрәк һөтөнән ҡасан айырҙығыҙ?”-тип һорайым. “Бәпесем имсәкте үҙе ташланы. Бер ай булмаған әле”,-тине әсә әкрен генә тауыш менән.

Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең көндәрҙә балаһын, исмаһам, бер йәшенә тиклем булһа ла имеҙгән ҡатындар әҙәйгәндән-әҙәйә бара. Быны улар төрлөсә аңлата. Араларында: “Күкрәгемдең формаһын боҙорға теләмәйем”,-тип асыҡтан-асыҡ әйтеүселәр ҙә бар. Һөҙөмтәлә, сабыйҙарҙың йыш илауы, йыш ҡына эсе ҡатыуы, ауыртыуы күҙәтелә. Бәпес бик тынысһыҙ йоҡлай йәки бөтөнләй йоҡламай. Дарыухананан ни тиклем ҡиммәтле, рекламала ылыҡтырғыс һүҙҙәр менән маҡталған һөт ҡатнашмаларын алһағыҙ ҙа, улар күкрәк һөтөнә етмәй. Шуға күрә әсә һөтөндә генә булған тейешле витаминдарҙы алып еткермәгән бәпес йыш ауырый, әкренерәк үҫешә. Һөт ҡатнашмаһын табип менән кәңәшләшеп, кәрәк саҡта ғына әҙләп индерергә кәрәк. Имеҙеү бала өсөн генә түгел, ә ҡатындар өсөн дә файҙалы. Ул әсәләрҙе яман шештәрҙән, диабеттан һаҡлай, имеҙгән ҡатындар бала тапҡандан һуң күҙәтелгән депрессияға бирелмәй. Шулай уҡ имеҙеү алты айға тиклем ауырға ҡалыуҙан да һаҡлай.

Ғалимдарҙың был йүнәлештәге тикшеренеүҙәре шуны күрһәткән: күкрәк һөтө менән үҫкән кешеләр һирәк осраҡта хроник ауырыуҙарға дусар була. Оҙаҡ ваҡыт имгән баланың организмында ла төрлө сирҙәргә ҡаршы антиесемдәр барлыҡҡа килә. Бынан бер нисә йыл элек республика балалар клиник дауаханаһында Башҡортостандағы тәүге Донор күкрәк һөтө банкы асылғайны. Проект халыҡтың иғәнәләренә “Беҙҙең балалар” хәйриә фонды менән берлектә ойошторолдо. Донор күкрәк һөтөн махсус лабораторияла йыйып һаҡлау һәм медицина күрһәткестәре буйынса уға мохтаж яңы тыуған сабыйҙар араһында бүлеү ҡаралған. Донор әсәләр клиниканың неонаталь бүлегендә ятыусылар араһынан һайлап алына. Һарҡытҡандан һуң һөт махсус технология буйынса пастеризациялана. Өҫтәүенә унда бөтә туҡлыҡлы матдәләр 100 процент һаҡлана, билдәле патоген вирустар һәм бактериялар иһә зарарһыҙландырыла. Һуңынан һөт контейнерҙарға ҡойолоп, һыуытҡыста һыуытыла һәм туңдырыу камераһында туңдырыла. Табип ҡушыуы буйынса бала-реципиент донор һөтөн ала. Бындай проект ни өсөн ойошторолдо һуң? Сөнки медицина мәғлүмәттәренә ярашлы, ун сабыйҙың берәүһе етлекмәй тыуа. Ә бындай балаларҙы кеше итеү өсөн күкрәк һөтө менән туйындырыу бик мөһим. Ләкин етлекмәй тыуған сабыйҙың һәр икенсе әсәһе тәүге осорҙа үҙенең күкрәк һөтөн бирә алмай. Шул саҡта уларҙың сабыйҙарына башҡа әсәләрҙең һөтө ярҙамға килә лә инде.

Ни өсөн мин донор күкрәк һөтөнә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм? Сөнки балаһын имеҙеү өсөн йәнен бирергә әҙер булған, әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле быны эшләй алмаған ҡатындар ҙа күп. Ә һау-сәләмәт ҡатын бынан үҙ теләге менән баш тарта. Яһалма һөттәрҙең бер үк тәмдә булғанын беләһегеҙме? Тимәк, сабый тыуғанынан алып төрлө тәмдәрҙе айырыу һәләтенән мәхрүм. Һуңғы осорҙа ҡоторған коронавирустан һаҡланыу юлы ла ул – күкрәк һөтө. Сөнки әсә һөтө менән үҫкән сабыйҙарҙың иммунитеты көслө була, ул төрлө вирустарға шул иҫәптән тажлы үләткә бирешмәй.

Бәпесегеҙҙе имеп үҫтереү үҙегеҙгә бик уңайлы бит, хөрмәтле ҡатындар. Һөт шешәләрен туҡтауһыҙ стерилләү, яһалма һөттө әҙерләү, уның тейешле температураға килеүен көткәнсе күпме ваҡыт үтә. Ә был ваҡытта асыҡҡан бала илап, ярһып китә. Унан ҡабаланып-ҡарһаланып имеп, күп итеп һауа йотоп, тағы ла йоҡлай алмаясаҡ. Һеҙ үҙ йоҡоғоҙ өсөн бик борсолаһығыҙ, ә туҡтауһыҙ илаған сабыйығыҙ ниндәй көслө ауыртыу-һыҙланыу кисереүен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле. Ошо хаҡта уйлаһағыҙ, моғайын, бәпесегеҙҙе йәлләрһегеҙ һәм уларҙы күкрәк һөтөгөҙҙән айырмаҫһығыҙ, тип ышанам.

Сабыйҙарҙың әсә һөтөнән мәхрүм булып үҫеүе бар илдәрҙең табиптарын хәүефкә һала. Шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1 августан 7 авгусҡа тиклем Бөтә донъя күкрәк һөтөн имеҙеү аҙнаһы тип иғлан итте. Был йәмғиәттең, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙың иғтибарын сабыйҙарҙы тәбиғи рәүештә имеҙеп үҫтереүҙең мөһимлегенә йүнәлтеү маҡсатынан эшләнә. Сөнки күкрәк һөтөнә бер ниндәй яһалма туҡландырыу ҙа етә алмай. Ошоно аңлайыҡ, ҡәҙерле әсәләр, һәм һау-сәләмәт, шат күңелле бәпестәр үҫтерәйек.

Эльвира Ғатина, баш табиптың акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас