Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминеватың мөрәжәғәте
Хөрмәтле яҡташтар, Баймаҡ районы халҡы!
Беҙ һеҙҙең менән ҙур юл үттек, күп ҡаҙаныштарға өлгәштек. Тау-металлургия, урман сәнәғәте, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар Баймаҡ яҡтарында көслө рухлы, эшһөйәр, тыуған ерен яратҡан кешеләр йәшәүен дәлилләй. Ун биш Социалистик Хеҙмәт Геройы, ете Советтар Союзы Геройы – районыбыҙҙың оло ғорурлығы ул. Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ Зекериә Аҡназаров, Мазһар Иҫәнбаев, Әнүәр Әсфәндиәров, Ғата Сөләймәнов, Хөсәйен Әхмәтов, Абдулхаҡ Игебаев, Рамазан Йәнбәков, Рәшиҙә Туйсина, Таңсулпан Ғарипова һ.б. бар республикабыҙға киң билдәле.
Районыбыҙҙың данын артабан да күтәреп, уны иҡтисади яҡтан үҫтереү беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ. Шуға күрә 2 августан беҙ мөһим проектты башланыҡ. Беҙ халыҡ менән берлектә районыбыҙҙың иҡтисади үҫешенең стратегияһын ҡабул итәсәкбеҙ. Һеҙҙең һәр кемегеҙ үҙенең профессионаллеге, эшҡыуарлыҡ һиҙгерлеге менән был мөһим эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Райондың иҡтисади үҫешен күҙаллағанда эшҡыуарлыҡтағы яңы мөмкинселектәр, ошо йүнәлештә булған проблемаларҙы хәл итеүҙе уйларға кәрәк. Беҙҙе яңы идаралыҡ технологиялары менән таныштырыу һәм өйрәтеү өсөн Өфө ҡалаһынан “ОПОРА России” тип аталған бизнес берләшмәһе вәкилдәрен саҡырҙыҡ. Уларҙың беҙҙең үҫешкә һәм проблемаларға ситтән ҡарашы яңы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер, тип уйлайым. Шулай уҡ район халҡы ла был һөйләшеүҙә әүҙем булыр тигән ышаныста ҡалам. Һеҙ 26 август сәғәт ун икегә тиклем үҙ уй-фекерҙәрегеҙҙе abdullin.ii@bashkortostan.ru электрон адресына яҙып ебәрә алаһығыҙ. Телеграм-каналында ла стратегия сессияһының эш төркөмө чаты булдырылды. Бының өсөн Телеграмда @Baymak_Businss_Chat һылтанмаһы буйынса инергә кәрәк.
Райондың иҡтисади үҫешен үҫтереү һәм күтәреү өсөн ниндәй уй-фекерҙәрегеҙ бар? Киләсәктә район-ҡалабыҙҙы ниндәй итеп күрәһегеҙ? Үҙегеҙ тәҡдим иткән проектты етәкләргә әҙерһегеҙме? Ошоларҙың барыһына ла һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм. Үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе, нимә менән шөғөлләнеүегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ.
Тик берҙәм һәм татыу көс менән беҙ тыуған еребеҙҙең әүҙем үҫешенә булышлыҡ итә алабыҙ. Шуға күрә мөһим эштән бер кем дә ситтә тороп ҡалмаҫ, тип ышанам. Берҙәм булайыҡ!