Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Августа 2021, 12:05

Таналыҡ өсөн яуап бирерҙәрме?

Баймаҡ алтыны менән сереп байыған "Таналыҡ" ЯСЙ-һы Таналыҡ йылғаһы өсөн яуап тотоуҙан баш тартырға маташа...

Таналыҡ өсөн яуап бирерҙәрме?Таналыҡ өсөн яуап бирерҙәрме?
Таналыҡ өсөн яуап бирерҙәрме?

- Баймаҡ ҡалаһы янында алтын йыуыусыларға ҙур штраф һалынған, тигән хәбәр йөрөй. Был ысынлап та шулаймы? Алтын йыуыусылар беҙҙең ерҙе тәләфләгән өсөн яуап бирәсәкме? Юғиһә, улар түләүҙән баш тартҡан, тиҙәр.

Д. Ғәбитов.

- Эйе, ошо айҙа Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияның ултырышында “Таналыҡ” ЯСЙ-һы ла яуап тотҡайны. Уларға рекультивация үткәреп, йылға буйын тулыһынса тәртипкә килтерергә ҡушылды. “Росприроднадзор” ҙа “Таналыҡ ЯСЙ-һын судҡа биреп, Башҡортостан арбитраж суды компанияға район бюджетына 604 миллион һум штраф түләү хөкөм ҡарарын сығарҙы. Тик “Таналыҡ” ЯСЙ-һы был ҡарар менән риза булмай Силәбе арбитраж судына мөрәжәғәт иткән. Компанияның адвокаттары Башҡортостан суды “Таналыҡ”ЯСЙ-һына икеләтә яза – рекультивация эшләү ҙә, штраф түләү ҙә һалынған, йәнәһе лә был дөрөҫ түгел тип бара. Шулай ҙа Силәбе хөкөмдарҙары ла алтын табыу эштәрен вәхшиҙәрсә алып барып, ер-һыуға ҙур зыян килтергән компанияны аямаҫ, тип ышанайыҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас